Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
21 Июнь 2019, 14:24

Халыҡ шағиры өлгө күрһәтә

Йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу дауам итә. Редакцияға “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу тураһындағы квитанцияның күсермәһен ебәреп, “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһында ҡатнашыусылар, приз отоусылар бихисап. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаевҡа электр сәйнүге тапшырылды.

Шағир билдәләүенсә, гәзит-журналдар өҫтәлдәге икмәк шикелле, уларҙан айырылырға ярамай.

– Ишетеп-күреп торам, матбуғатҡа иң беренселәрҙән булып әҙиптәр һәм уҡытыусылар яҙыла, улар был тәңгәлдә бүтәндәргә өлгө күрһәтеп, дөрөҫ юлды һайлаған, – ти Ҡәҙим Әбделғәлим улы. – Башҡортостанда ғүмер кисереп “Башҡортостан” гәзитен алдырмағандарҙы бер нисек тә аңламайым. Унда ла бөтәһе лә бар – яңылыҡтар оператив еткерелә, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа тармаҡтар яҡшы яҡтыртыла. Матбуғат менән дуҫ кешенең күңеле таҙа, ул изге уй-ниәттәр менән яна, татыулыҡҡа, тыныслыҡҡа әйҙәй. Киләсәктә лә яратҡан гәзитебеҙҙән айырылмайыҡ, иптәштәр!

Фото: Нәсих Хәлисов.
Читайте нас: