Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
3 Декабрь 2019, 12:01

Туҡһанда ла гәзит уҡый ул!

“Аҙна һайын – бүләк!” акцияһының сираттағы еңеүсеһе – Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән мәғариф ветераны Нәғимә Илһамова.

“Аҙна һайын – бүләк!” акцияһының сираттағы еңеүсеһе – Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән мәғариф ветераны Нәғимә Илһамова.


Нәғимә Әүхәҙи ҡыҙы – бөтә ғүмерен уҡытыусылыҡҡа, йәш быуынға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең нескәлектәрен өйрәтеүгә арнаған хөрмәтле шәхес.
– Туған телебеҙҙә сыҡҡан гәзит-журналдарҙан бер ҡасан да айырылманым, уҡымайынса тора алмайым. Бына әле лә алты төрлө баҫмаға яҙылып, ҡыуанып ултырам. Элекке кеүек энәһенән ебенә тиклем уҡый алмаһам да, һайлап, әкренләп ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән танышам. Шулар араһында “Башҡортостан” – иң яратып уҡыған баҫмаларымдың береһе, – ти ғүмеренең туғыҙынсы тиҫтәһе аша атлаған хөрмәтле ағинәй.
Беҙ гәзитебеҙҙең тоғро дуҫына иҫтәлекле бүләгебеҙҙе тапшырып, тағы ла оҙаҡ йылдар “Башҡортостан”дың уҡыусыһы булыуын, иҫәнлек-һаулыҡта йәшәүен теләп хушлаштыҡ.

Читайте нас