Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
4 Декабрь 2019, 10:50

“Башҡортостан”дарға рәхмәт!

Аҙна бүләге был юлы гәзитебеҙҙе уҡый белгәндән алып даими яҙҙырып алдырған Миңлегөл Ғәлиәхмәтоваға тапшырылды.

Аҙна бүләге был юлы гәзитебеҙҙе уҡый белгәндән алып даими яҙҙырып алдырған Миңлегөл Ғәлиәхмәтоваға тапшырылды.


Ул Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса урта мәктәбендә физкультура уҡыта. “Атайым беҙ бәләкәй саҡта төрлө баҫмаларға яҙыла ине.


Бәләкәйҙән гәзит уҡып үҫкәнгә күрә милли матбуғатҡа битараф түгелбеҙ. “Башҡортостан”ды яратып уҡыйбыҙ. Хикәйәләр, яҙмыштар, сәләмәтлек бите, спорт тураһындағы яҙмалар оҡшай. “Башҡортостан”дарға рәхмәт”, – ти Миңлегөл Ғәйнислам ҡыҙы.
Читайте нас