Гәзиткә яҙылыу
11 Декабря 2019, 08:01

Сибай ҡумыҙсылары гәзитте алдырасаҡ!

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, оҫта ҡумыҙсы, таҡмаҡсы һәм бейеүсе Дилара Рафиҡова етәкселегендәге “Яугел” халыҡ фольклор ҡумыҙсылар ансамбле “Башҡортостан” гәзитенә дәррәү яҙылды.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, оҫта ҡумыҙсы, таҡмаҡсы һәм бейеүсе Дилара Рафиҡова етәкселегендәге “Яугел” халыҡ фольклор ҡумыҙсылар ансамбле “Башҡортостан” гәзитенә дәррәү яҙылды.


Ҡалала ғына түгел, республикала киң билдәле “Яугел”дәр – һәр мәҙәни сараның биҙәге һәм йәме. Сихри ҡу­мыҙ моңдары менән һуғарылған һәр концерттары күңелдәрҙе дауалай, хал­ҡыбыҙҙың боронғо музыка ҡора­лына ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ хисе уята.


Ансамблдең тарихына килгәндә, ул 2000 йылда мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың улы Урал­дың башланғысы менән ойошторола. Урал Дилмөхәмәтов ҡумыҙсыларға 2006 йылға тиклем етәкселек итә. 2007 йылда “Яугел”дәр яңыса бал­ҡыш, яңыса үҫеш ала, ансамблгә Дилара Мөхөтдин ҡыҙы тәғәйенләнә. Яңы состав туплана, ҡумыҙ моңо ла яңырыу кисерә, төрлө йырҙар, көйҙәр өйрәнелә, аҡрынлап конкурстарҙа ҡатнашырға йөрьәт итәләр. “Яугел”­дәр­ҙең ҡумыҙ сыңы серле, тылсымлы яңғырашы менән бар тамашасыны арбай.


Бөгөн ансамблгә төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Дилара Рафиҡова ҡумыҙ уйнарға те­ләгәндәрҙең бары­һын да ҡабул итә, өйрәтә, аҙаҡ кү­ңелдәренә ҡумыҙ сыңы үтеп ин­гәндәре генә ҡала, башҡалары иләк­тән иләнеп, үҙҙәре үк коллективтан китә. Быуындар күсәгилешлелеге һаҡ­лана: өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәрен алып килә, кемдер үҙенең әхирәтен саҡыра, бәғзе тамашасы концерттан һуң балаһын етәкләп тигәндәй, ҡумыҙ уйнатырға өйрәтеүҙәрен үтенә.


Сибай гимназия-интернатында уҡыусыларҙан торған “Төйәләҫ” исемле ҡумыҙсылар ансамбле эшләй. Уның да етәксеһе – тын­ғыһыҙ ҡумыҙсы Дилара Мөхөтдин ҡыҙы.
– Ҡумыҙҙы теләге булған һәр кеше уйнай ала, иң мөһиме – өйрәнергә ынтылышы булһын, – ти етәксе. – Ансамблде етәкләгәндән алып әллә күпме ҡумыҙсы тәр­биәләнем, тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам. Өс йәштән алып туҡһан йәшлектәренә тиклем уйнарға өй­рәттем, бөгөн улар төрлө кон­церттарҙа ҡурай, мандолина, скрипка, гармун, думбыра менән бергә, профессиональ кимәлдә сығыш яһай икән, тимәк, нисәмә йыл башҡарған хеҙмәтем юҡҡа булмаған.
“Яугел”дәр менән ҡала, төбәк, рес­публика, Рәсәй, донъя кимәлен­дәге бәйгеләрҙә ҡатнаштыҡ. Мәсет­ле районында үткән ҡумыҙсылар һәм өҙләүселәр төбәк-ара бәйге­һенән һәр саҡ призлы урындар алып ҡайтабыҙ. Шулай уҡ Тыва Респуб­ликаһында үткән II халыҡ-ара “Хомус-2013” конкурсында II дәрәжә дипломға лайыҡ булыуыбыҙ ҙа хеҙмәтебеҙгә оло баһа булды. Һәр конкурста ҡатнашырға, үҫергә, яңылыҡтарға ынтылырға тыры­шабыҙ. Киләһе йыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй, ошо мөһим һәм ҙур сара сиктә­рендәге “Еңеү салюты” марафонына әҙерлекте башланыҡ та инде.
Репертуарҙарға килгәндә, беҙ күберәк башҡорт халыҡ бейеү көйҙәрен башҡарабыҙ. “Хәтирә”, “Ете ҡыҙ”, “Шәл бәйләнем”, “Алты егет”, “Түңәрәк күл”, “Перовский”, “Порт-Артур”, “Генерал Игзаков” һәм башҡалар һәр концертты биҙәй. Шулай уҡ байрамдар өсөн үҙебеҙҙең махсус йырҙарыбыҙ, таҡмаҡ­та­ры­быҙ ҙа бар. Фольклор ансамбле булараҡ, башҡорт халҡының онотола барған йолаларын сәхнәләш­тереүҙе лә үҙ өҫтөбөҙгә алғанбыҙ. “Бәпес туйы”, “Исем туйы”, “Килен төшөрөү”, “Килен һөйөү” һәм башҡа тамашаларҙы күрһәтеп, уларҙы бар тулылығында йәш быуынға тап­шырырға тыры­шабыҙ, – ти Дилара Мөхөтдин ҡыҙы.
“Яугел” ансамблендәге оло быуын ҡумыҙсыларының ҙур теләк менән “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыуы ла халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙә­ниәтенә һәм киләсәгенә битараф булмауҙарын иҫбатлай. “Гәзиттә беҙ онотола барған халыҡ ижады, милли йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр, кә­септәр буйынса башҡа райондарҙа эштәрҙең нисек алып барылыуы хаҡында белергә теләр инек. Шулай уҡ дини яҙмаларға ла урын бирелһен тигән теләктәбеҙ. Һуңғы ваҡытта ағинәйҙәрҙең эше ныҡ әүҙемләште, “Башҡортостан”­дар улар менән даими таныштырып барһа, бик шат булыр инек”, – тигән тәҡдимдәрен еткерҙе “Яугел”дәр.

Ансамблдә иң олоһо – Эльмира Юламанова. Йылайыр районының Һабыр ауылында йәшәгән инәй күптән түгел Сибай ҡалаһына күсеп килгән.
– Сибайға килгәс тә, тәүҙә ҡала китапханаһында һәм ошо ансамблдә булдым. Ҡыҙҙар шул тиклем йылы ҡабул итте, ҡумыҙ сиртергә өйрәндем, “Йөрәк һүҙе” бәйгеһендә ҡатнаштым. Репетицияларға килеп, үҙ-ара һөйләшеп, яңы йырҙар өйрәнһәк, күңелгә шул тиклем рәхәт була, ҡыуанып ҡайтам, – ти Эльмира Хәбибулла ҡыҙы.
Уның һүҙҙәрен яҡташы Әҡлимә Мөхәррәмова ла ҡеүәтләй. Алыҫ Үзбәкстанда йәшәп ҡайтҡан апай, Сибайҙа төпләнгәс тә, “Яугел”гә килә.
Ансамблгә тәүге көндәрҙән алып бөгөнгә тиклем йөрөгән Сәлимә Иҫәнғазинаның фольклор өлкәһен­дәге стажы – 50 йыл! Темәс психоневрология дауаханаһында 35 йыл шәфҡәт туташы булып эшләгән инәй сәнғәттән бер көн дә айырылғаны юҡ.

Ауылдашы Гөлгөнә Әбсәләмова ла бында ҡумыҙ уйнай белмәйенсә килә, ул – бөгөн иң оҫта ҡумыҙ­сыларҙың береһе. Ағас ҡумыҙҙа ла бик шәп сиртә Гөлгөнә Риза ҡыҙы.
– Ҡумыҙ уйнай башлағас та, ҡан баҫымым нормалләште, тын юлдарым асылды, башымдың ауыртыуы бөттө. Уның һаулыҡ өсөн дә файҙаһы бик ҙур. Дилара Мөхөтдин ҡыҙы йәйге ялға китһә, уның ҡасан эшкә сығырын түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ, күңелгә нимәлер етмәгән кеүек тойола, – ти ул.
Зәйтүнә Йәнюлдашева, Сәриә Хәмзина, Фәниә Йомағолова, Вә­бинур Хәбирова, Рәүиә Сөләй­мә­нова, Римма Аҡмановаларҙы ла ансамблгә ҡумыҙҙың сихри моңо һәм уны уйнап ҡарау теләге алып килгән.
Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тигәндәй, “Яугел”дәр тик ҡумыҙ сиртеп, йырлап-бейеп кенә йөрөмәй. Улар шәфҡәтлелек акциялары менән дә шөғөлләнә, Сибайҙағы балалар һәм ҡарттар йортонда йыш булалар, кәрәк икән, әйберҙәр йыйып та тапшыралар, күп осраҡта китек күңелдәрҙә осҡондар ҡа­бындырып, йәшәүгә дәрт өҫтәп, матур концерттар менән сығыш яһайҙар. Шулай уҡ Сибайҙа үткән мөнәжәтселәр конкурсында, “Баш­ҡорт милли кейеме” байрамдарында ла сығыш яһап, призлы урындар яулай улар. Бер һүҙ менән әйткәндә, тормоштоң уртаһында ҡайнап, йәш­тәргә өлгө күрһәтеп, моңһоҙҙарҙы ҡумыҙ сыңы менән уятып, моңло­ларҙың күңелендә дәрт, илһам, шатлыҡ тойғолары уятып, хыял ҡанаттарын нығытып йәшәй. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, гәзитебеҙҙең дуҫтары артыуына шатланып, уларға артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ һәм киләсәктә лә бергә булырбыҙ тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Сибай ҡалаһы.



Читайте нас