Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында белем алған студенттар бөгөн республиканың ғына түгел, Рәсәйҙең, донъяның күп ҡалаларында хеҙмәт төйәген таба, үҙҙәрен ысын профессионал итеп таныта. Бында айырым бер мөхит булдырылған. Быны вузда булған һәр кем таный: әйтерһең, бер тарихи һәм бөгөнгө музейға барып ингәнһең. Сибай институтының кордорҙары буйлап йөрөп кенә лә әллә күпме мәғлүмәт, белем алырға була. Башҡортостан, Сибай тарихы, бөгөнгө студенттарҙың тормошо, уңыштары – барыһы ла скульптураларҙа, стендтарҙа, музейҙа сағыла.
Сибай институты директоры, педагогия фәндәре докторы, техник фәндәр кандидаты Азат Вәлиев осрашыу алдынан башҡорт баҫмалары тураһында фәһемле фекерҙәрен әйтте. Әйткәндәй, быйыл октябрҙә уҡыу йорто аккредитация үтеп, яңы юғары маҡсаттар менән алға атлай.
Беҙ, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре – Лариса Абдулина, Айгөл Ғәбитова, баҫмабыҙҙың элекке хеҙмәткәре Айгиз Баймөхәмәтов, Сибай институтында башҡорт матбуғатын, башҡорт әҙәбиәтен белгән йәштәр менән осраштыҡ.
Айгиз Баймөхәмәтов бында тәүге тапҡыр килмәй. Йәштәр уның әҫәрҙәрен дә, яҙмышын да яҡшы белә. “Ҡалдырма, әсәй!” повесындағы Ильяс образы күптәрҙе тетрәндергән, әммә Айгиз был сарала барыһын да көлдөрөп алды. Ул яҙыусылар, әҙәби мөхит тураһында ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләне.
Айгөл Ғәбитованың шиғырҙарын бында йәштәр белә, яттан һөйләп, конкурста ҡатнашҡан. Ул гитарала уйнап, “Башҡортмон тип күкрәгемде ҡағам” тигән юлдары булған йырҙы башҡарғанда, күптәр ҡушылып йырлап ултырҙы.
Сибай институты уҡытыусыһы Гөлкәй Сәмирханова студенттар менән дәрестә тәнҡит мәҡәләләре яҙыуҙары хаҡында әйтте. Ә бөгөнгө әҙәбиәттә тәнҡит бармы һуң, тигән һорау ҙа ҡуйҙылар. Тәнҡит – ул кемделер бөтөрөп ташлау тигән һүҙ түгел, ул автор менән уҡыусы араһында күпер һалыусы. Шуға күрә шәхси мөнәсәбәттәргә ҡоролған, яҙған әҫәрҙе түгел, ә кешелек сифаттарын анализлаған яҙма, әлбиттә, тәнҡит мәҡәләһе була алмай. Тәнҡит материалын, әҙәби анализды яҙырға өйрәнеү өсөн Ким Әхмәтйәновты, Ғайса Хөсәйеновты, Миңлеғәле Нәҙерғоловты, Тимерғәле Килмөхәмәтовты уҡырға кәрәк.
Бик йылы булды йәштәр менән аралашыу. Гөлнара Ҡаҙарбаева “Төш” шиғырын уҡып ишеттерҙе. Данир Ишбаевтың шиғри яҙмаларын баҫмабыҙға баҫырға алып ҡайттыҡ.