Гәзиткә яҙылыу
31 Декабря 2019, 07:20

Ҡырмыҫҡалы районы – беренсе!

Гәзит-журналдарға яҙылыуҙы ойоштороу, таратыу – почта хеҙмәтенең айырылғыһыҙ бурысы. Был йәһәттән Рәсәй почтаһының Ҡырмыҫҡалы почтамты бер ҙә һынатмай, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын һәр саҡ уңышлы атҡарып сыға.

2020 йылға “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыуҙа ла ҡырмыҫҡалылар һынатманы. Улар республиканың төп баҫмаһын 350-гә яҡын дана алдырып уҡыясаҡ. Был күрһәткес республика район һәм ҡалалары араһында иң яҡшыларҙан иҫәпләнә.

– Сираттағы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын уңышлы ойоштороуға өлгәштек. Эшкә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте лә тос өлөш индерҙе, сөнки улар ҙа халыҡ араһында матбуғаттың, әһәмиәте хаҡында аңлатыу эше алып бара. Үҙебеҙҙең почта хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәт әйтер инем – улар яҙылыуҙы ойоштороп ҡына ҡалмай, ә гәзит-журналдарҙың ваҡытында халыҡҡа барып етеүен дә тәьмин итә. Почтальондар эшенә яуаплы ҡарамаһа, дөйөм хеҙмәт юҡҡа сығасаҡ, – ти Ҡырмыҫҡалы почтамты начальнигы Илдар Ринат улы Ямалетдинов.

Яңы йыл байрамы алдынан “Башҡортостан” гәзите вәкилдәре Ҡырмыҫҡалы почтамтында булып, тоғро дуҫтарыбыҙға бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

Илшат Ямалов фотолары
Читайте нас