Ейәнсура районының Иҫәнғол башҡорт гимназияһында "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре Лариса Абдуллина, Айгөл Йәмилева, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев мәктәп уҡыусылары менән осрашты.
Унда балалар яҙыусыларға һорауҙар бирҙе, шул уҡ ваҡытта әҙиптәрҙең Башҡорт теле йылына, Ш. Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған викторина һорауҙарҙына яуап бирҙе. "Башҡортостан" гәзите өлкәндәр өсөн генә сығарылған баҫма түгеллеген уҡыусыларға яҙыусылар ғына түгел, уҡытыусылары ла һөйләне.
Сарала 2-се класс уҡыусылары "Башҡорт телендә һөйләшәм" йырын башҡарҙы. Ә 6-сы класс малайҙары "Башҡорт егеттәре" бейеүе менән барыһын да дәртләндереп ебәрҙе. Айсулпан Ваһапова матур йыр бүләк итте.
"Башҡортостан" гәзитендә даими рәүештә конкурстар ойошторола. Уҡыусылар уларҙа ҡатнашырға вәғәҙә итте. Ә "Бабич вариҫтары" конкурсында Ейәнсура районы мәктәптәре лә ҡатнашырға теләк белдерҙе.