Рәсәй почтаһы тәүге ярты йыллыҡтағы хаҡ буйынса икенсе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа яҙылыу башланыуын иғлан итте. Акция 1 февралдә башланды һәм ике ай дауамында бара.
Яратҡан гәзит, журналдарға республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә, шулай уҡ podpiska.pochta.ru сайтында онлайн тәртибендә яҙылырға мөмкин. Почта бүлексәләрендә баҫма матбуғатты темалар һәм төбәктәр күрһәтелгән каталогтан һайларға була. Һәр гәзит һәм журнал үҙенсәлекле идентификаторға – хәрефтән һәм дүрт һандан торған яҙылыу индексына эйә.
Шулай уҡ “Изгелек ағасы” дөйөм Рәсәй акцияһы дауам итә. Ошо хәйриә сараһы нигеҙендә йыл һайын битараф булмаған меңдәрсә кеше балалар йорттары, интернаттар, ҡарттар йорттары файҙаһына, ауыл китапханалары исеменә биш мең баҫмаға яҙыла. Почта бүлексәләрендә һәм podpiska.pochta.ru/derevo-dobra сайтында акцияға ҡушылып, мохтажлыҡ кисергәндәргә ярҙам итергә мөмкин.
гәзитенә хаҡтар түбәндәгесә: