Гәзиткә яҙылыу
14 Апреля 2020, 09:45

Өйҙә ятып та изге эш эшләп була

Ошо көндәрҙә тәүге иғәнәләр килә лә башланы. Бына улар меценаттарыбыҙ!

Хөрмәтле дуҫтар!
Хәбәр итеүебеҙсә, bash.rbsmi.ru сайтында старт алған "Окажи помощь изданию" тип аталған мөрәжәғәт тиҙ арала республиканан уҙып китеп, сит өлкәләргә лә барып етте. Ошо көндәрҙә тәүге иғәнәләр килә лә башланы.
Бына улар меценаттарыбыҙ: Ханты-Манси автономиялы округының Радужный ҡалаһынан Рәйсә Хәбибуллина һәм Нижневартовск ҡалаһынан Әбйәлил ҡыҙы Алһыу. Рәйсә Хәбибуллина - "Ләйсән" татар-башҡорт ойошмаһының етәксеһе. Шулай уҡ гәзиттә эшләүселәр ҙә дәррәү ҡушылды был сараға.
Хөрмәтле дуҫтарыбыҙ, гәзитебеҙҙең киләсәге өсөн битараф булмайыҡ. Ил төкөрһә - күл була. Башҡорт теле, иле бөтмәһен тигән төп баҫмабыҙға терәк булайыҡ!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикабыҙҙың төп баҫмаһы булған "Башҡортостан" гәзите үҫешенә һәр кем ҡулдан килгәнсә ярҙам итә ала. Бының өсөн гәзитебеҙҙең сайтына - bash.rbsmi.ru - инеп, ундағы “Окажи помощь изданию” тип яҙылған һары "тәҙрә"гә баҫырға һәм бирелгән махсус форманы тултырырға кәрәк.
Ә ваҡытлы матбуғатҡа үҙ-үҙеңде изоляциялау ваҡытында өйҙән сыҡмай ғына, rbsmi.ru сайтына инеп, онлайн яҙылырға мөмкин.
Бергә булдыҡ бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас