Гәзиткә яҙылыу
19 Апрель 2020, 16:20

Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Дуҫтар, иғтибар: матбуғат баҫмаларына 2020 йылдың икенсе яртыһына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан ителде.

Хөрмәтле дуҫтар!
20 апрелдән 30-на тиклем “Рәсәй почтаһы" федераль почта элемтәһе 2020 йылдың икенсе яртыһына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан итте.
Бының өсөн http://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1016/ һылтанмаһынан файҙалана алаһығыҙ. Ташламаны ҡулланыу өсөн махсус купонды тултырғанда ДЕКАДА2020 промо-кодын яҙырға онотмағыҙ. Шулай уҡ гәзиткә podpiska.pochta.ru һылтанмаһы аша инеп, еңел генә яҙылып була. Гәзит почта аша киләсәк.
Хаҡтар түбәндәгесә:
П2729 индексы (аҙнаһына 2 тапҡыр) – 1297 һум 20 тин;
П3030 индексы (йома гәзите) - 683 һум 64 тин.
Гәзитте Матбуғат йортонан килеп алыу шарты менән дә яҙылырға мөмкин: П2729 индексы (аҙнаһына ике тапҡыр ) – 680 һум 34 тин, П3030 индексы (йома гәзите) – 356 һум 40 тин.
Әгәр ҙә гәзит электрон адресығыҙға килһен тиһәгеҙ, rbsmi.ru сайтына инеп яҙыла алаһығыҙ. Ярты йылға хаҡы - 834 һум.
Редакция, йылдағыса, тоғро дуҫтарына бүләктәр ҙә әҙерләне. Уларҙы отоу өсөн гәзиткә яҙылып, электрон чекты фотоға төшөрөп, телефон һандарын күрһәтеп, беҙгә ватсап аша 8 917 79 015 71 һанына йәки bashgazeta@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Ошо көндәрҙә иғлан ителгән “Һәр йортҡа – туған телдә баҫма” акцияһына ҡушылып, арзан хаҡҡа яҙылып өлгөрөрһөгөҙ тип ышанабыҙ. Ололарҙы, атай-әсәйҙәрҙе хәстәрләп, уларҙың яратҡан баҫмаһы "Башҡортостан”ға яҙылып бүләк итәйек, дуҫтар!
Бергә булдыҡ - бергә ҡалайыҡ!

Белешмәләр өсөн телефон: (347) 273-83-92, 272-62-61, 8 917 79 015 71 (ватсап), 8917 416 47 66
Читайте нас