Гәзиткә яҙылыу
11 Июня 2020, 17:21

Нурияның нурлы бәхете

Милли матбуғатҡа яҙылып, 30 мең һум отто.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 9 июндә “Баш­ҡортостандың милли киң матбуғат сараларына ярҙам ит” акцияһы еңеүселәре билдәле булды. Акция Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығына арналғайны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, “Башҡортостан” нәшриәт йорто филиалы – Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков ҡатнашлығында “Юлдаш” радиоһының “Теге өсәү” тапшырыуында еңеүселәр билдәләнде.


Учалы районынан Әлфиә Күсәева менән Баймаҡ районынан Зимфира Ғүмәроваға бәхет йылмайҙы һәм улар 10 000 һәм 20 000 һумлыҡ призға лайыҡ булды, ә бына 30 мең һумлыҡ төп приз Әбйәлил районына юлланды. Уны Ишкилде ауылынан Нурия Усманова отто.
Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау отличнигы Нурия Сәлмән ҡыҙы 35 йылдан ашыу Ишкилде фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй. Ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында торған аҡ халатлы, изге күңелле ханымды ишкилделәр күптән инде үҙ итеп “беҙҙең духтырыбыҙ” тип йөрөтә. Күрше Һәйетҡол һәм Ишкилде ауылдарын хеҙмәтләндерә ул, бөтәһе 330-ҙан ашыу кешене ҡарай.
– Оҙаҡ йылдар милли матбуғатҡа яҙылып, даими уҡып барам. Шуға күрә “Юлдаш” радиоһы үткәргән акцияға ҡатнашырға теләк белдерҙем, әлбиттә, еңеүемә ышанмағайным, уны ишеткәс бик ныҡ шатландым. Хәҙер республикала баҫылып сыҡҡан бөтә башҡорт гәзит-журналдарына ла яҙылырмын, – тип йылмая Нурия Усманова.
Әйткәндәй, Нурия Усманованың ғаилә­һе – “Башҡортостан” гәзитенең күптәнге дуҫтары һәм геройҙары. Беҙҙең гәзит биттәрендә төрлө йылдарҙа Нурия Сәлмән ҡыҙының апай-һеңлеләре тураһында “Еләктәй ете ҡыҙ” тип аталған мәҡәлә донъя күрҙе. Тормош иптәше, һандыҡ яһау оҫтаһы Мансур Усмановтың Әбйәлил районында үткән “Һандыҡ-шоу” конкурсында еңеүе, уның әсәһе Һәнәүәт Усмано­ваның ыҫлы ҡорот яһау оҫтаһы булыуы хаҡында ла бәйән иттек. Шуға күрә тап Нурия Усманованың төп призды яулауына беҙ сикһеҙ шатбыҙ һәм артабан да дуҫлыҡ ептәре дауам ителер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Эшенән дә, ғаиләһенән дә бәхетле ул. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, әле ике ейән, бер ейәнсәргә хәстәрлекле өләсәй ҙә.
Ә бына Баймаҡ районының Күгиҙел ауылынан Зимфира Ғүмәроваға икеләтә бәхет йылмайҙы тиһәң дә була. Баһа­дирҙай өс ул үҫтергән ханым тап ошо көн­дәрҙә үҙенең күркәм юбилейын ҡаршыланы.
Читайте нас