Тап ошо осорҙа беҙ Баймаҡ районы почта элемтәһендә булдыҡ, почтальондар менән әңгәмәләштек. Матбуғатҡа яҙыу бүлеге мөдире Ирина Головко ошо тарафта 12 йыл хеҙмәт һала. Шуға ла “Башҡортостан” гәзитенең төбәктә ҡайҙа, күпме алдырыуҙарын йәһәт кенә иҫәпләп бирҙе. Иҫке Сибай, Мерәҫ, Темәс ауылдарында, Баймаҡ ҡалаһында почтальондар әүҙем эшләгәнен белдек. Ә инде үҙе ойошмалар менән бик яҡшы күрһәткескә өлгәшкән. Беҙ уға рәхмәт белдерҙек һәм редакцияның бүләген тапшырҙыҡ. “Быйыл да һынатмаҫбыҙ”, – тине ул хушлашҡанда.