Матбуғатҡа яҙыу бүлеге мөдире Ирина Головко был өлкәлә 12 йыл хеҙмәт итә. Шуға ла “Башҡортостан” гәзитен төбәктә ҡайҙа, күпме алдырыуҙарын йәһәт кенә иҫәпләп бирҙе. Иҫке Сибай, Мерәҫ, Темәс ауылдарында, Баймаҡ ҡалаһында почтальондар әүҙем эшләгәнен белдек. Ә инде үҙе ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса бик яҡшы күрһәткескә өлгәшкән. Беҙ уға рәхмәт белдерҙек һәм редакцияның бүләген тапшырҙыҡ. “Быйыл да һынатмаҫбыҙ”, – тине ул хушлашҡанда.