Гәзиткә яҙылыу
10 Сентябрь 2020, 16:45

Илеш уҡытыусылары өлгөр

Илеш - элек-электән матбуғатҡа яҙылыу буйынса өлгөлө төбәк. Киләһе йылда районда гәзитебеҙ дуҫтары тағы ла артыр тигән өмөттәбеҙ.

Илеш районының Бишҡурай ауылындағы Муса Гәрәев исемендәге урта мәктәп уҡытыусылары менән матур осрашыу үтте.
Уҡыу йорто бик матур, бөхтә, аллы-гөллө сәскәгә күмелгән. "Башҡортостан" менән оҙаҡ йылдар дуҫ булған башҡорт теле уҡытыусыһы Рәмзилә Рафат ҡыҙы Хәмиҙуллина менән әңгәмәләштек.
"Республикабыҙҙың башҡорт телендә сыҡҡан төп гәзите "Башҡортостан" - эшемдә һәр саҡ терәк, иң яҡын дуҫ. Инде утыҙ йыл алдырам. Киләһе йылға яҙылып та өлгөрҙөм", - тине ул.
Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫына редакция исеменән рәхмәт әйтеп, бүләк тапшырҙыҡ. Рәмзилә Рафат ҡыҙына эшендә артабан да ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Әйткәндәй, Илеш - элек-электән матбуғатҡа яҙылыу буйынса өлгөлө төбәк. Киләһе йылда районда гәзитебеҙ дуҫтары тағы ла артыр тип өмөтләнәбеҙ.
Автор фотоһы.
Читайте нас