Был осраҡта киләһе йылға “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу бүләк итеү иң отошлоһо булыр. Беренсенән, улар һеҙҙең бүләгегеҙҙе – “Башҡортостан”дың яңы һанын ҡулына алған һайын иҫенә төшөрөп рәхмәт уҡыр, икенсенән, квитанция күсермәһен беҙҙең адресҡа (Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13) ебәреп, акцияла ҡатнашып бүләк отоуы ихтимал. Шулай уҡ гәзитте балалар йорто, балалар баҡсаһы, мәктәп-интернат, ҡарттар йорто кеүек иғтибарға мохтаж учреждениеларға яҙҙырыу ҙа яҡшы буласаҡ.