Гәзиткә яҙылыу
9 Ноябрь 2020, 20:45

“Аҙна һайын – бүләк” акцияһына ҡушыл!

Конкурстың шарттары ябай. Улар менән яҙмала таныша алаһығыҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
2021 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыуҙың төп осоро бара. Гәзитегеҙ – тоғро дуҫығыҙ, кәңәшсегеҙ йыл аҙағына тиклем йортоғоҙға килеп торһон тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлексәләрендә һеҙҙе көтәләр. Баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен ебәрһәгеҙ, “Аҙна һайын – бүләк” акцияһында ҡатнашып, бүләк отоу ихтималлығы бар: электр көнкүреш тауарҙары. Ә инде иң ҙур отош декабрь аҙағында уйнатыласаҡ.
Конкурстың шарттары ябай: алда әйтелгәнсә, гәзиткә яҙылып, квитанцияның күсермәһен һәм телефон һанын күрһәтеп, беҙгә почта, WhatsApp ҡушымтаһы аша (89177901571), электрон адресҡа (bashgazetа@mail.ru) ебәрегеҙ.
Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 5-се ҡат. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 272-62-61, 273-83-92.
Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас