Гәзиткә яҙылыу
11 Ноябрь 2020, 17:30

Тоғро дуҫыбыҙға ҙур рәхмәт!

“Башҡортостан” гәзите матбуғатҡа яҙылыусылар араһында “Берҙәмлектә – көс” тигән конкурс иғлан иткәйне. Еңеүсе кем?

“Башҡортостан” гәзите матбуғатҡа яҙылыусылар араһында “Берҙәмлектә – көс” тигән конкурс иғлан иткәйне.
Дүртөйлө ҡалаһының 12-се “Алтынсәс” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Эльвира Хаҡова иғланды күреү менән бәйгелә ҡатнашырға була. Ярыш шарттарын хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, квитанцияны тотоп фото төшөргә һәм “лайыҡ”тар йыйырға кәрәк ине. Эльвира 1035 “лайыҡ” йыйҙы! Тоғро дуҫыбыҙға бүләк - ит турағыс тапшырылды. Эльвира Рифғәт ҡыҙы, конкурста ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт!
Матбуғатҡа яҙылыуҙың төп осоро дауам итә. Уның барышында "Башҡортостан" гәзите "Аҙна һайын - бүләк" акцияһын иғлан итте. Баҫмаға өйҙән сыҡмайынса, түбәндәге һылтанмалар аша яҙылып, квитанцияның күсермәһен WhatsApp ҡушымтаһы аша 89177901571 телефон һандарына йәки электрон адресҡа (bashgazetа@mail.ru) ебәреп, ошо акцияла ҡатнаша алаһығыҙ. Ә инде иң ҙур отош декабрь аҙағында уйнатыласаҡ.

Гәзиткә podpiska.pochta.ru/press/П2729 (аҙнаһына ике тапҡыр сыға) һәм podpiska.pochta.ru/press/П3030 (йома һаны) һылтанмалары аша еңел генә яҙылып була. Шулай уҡ гәзиттең электрон версияһына rbsmi.ru сайтына инеп яҙыла алаһығыҙ. Хаҡы – 864 һум.

Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 5-се ҡат.

Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 272-62-61, 273-83-92.

Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!
Автор фотоһы.
Читайте нас