Гәзиткә яҙылыу
14 Ноябрь 2020, 05:00

Депутаттан бүләккә - "Башҡортостан" гәзите

Ҙур рәхмәт, Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы! Күркәм өлгөгә башҡалар ҙа эйәрер тигән өмөттәбеҙ.

Белеүебеҙсә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина милли матбуғат баҫмаларына ҡарата битараф түгел. "Был һөйөү күңелемә бала саҡта уҡ һалынған. Өйөбөҙгә гәзит-журналды һәр ваҡыт күпләп алдыра инек", - ти ул.
Ил-йорт, милләт мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, республикабыҙ тормошонда ҡайнап йәшәгән депутат "Башҡортостан" гәзите менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Быйыл да ул, матбуғатҡа яҙылыу осорондағы күркәм йолаһына тоғро ҡалып, үҙ һайлаусылары араһынан ун кешегә 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит бүләк итте.
Ҙур рәхмәт, Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы! Күркәм өлгөнө башҡалар ҙа күтәреп алыр тигән өмөттәбеҙ.
Фото Г. Ҡолһаринаның шәхси архивынан.
Читайте нас