Гәзиткә яҙылыу
17 Ноябрь 2020, 12:00

Беҙ яҙылдыҡ! Ә һеҙ?

БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты коллективы башҡаларға үрнәк күрһәтте.

Әле ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙың ҡыҙған осоро. Ошо йәһәттән Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты коллективы башҡаларға үрнәк күрһәтеп, милли матбуғатҡа күпләп яҙылыу ойошторҙо.
– Милли баҫмаларға яҙылыу бара. Башҡорт дәүләт университетының китапханаһына килгән күп һанлы гәзит-журналдар менән студенттар дәрестә лә, сессияға әҙерләнгәндә лә ҡулланһын, тибеҙ. Ә беҙ, факультет уҡытыусылары, өйҙәребеҙҙә алдырып уҡыйбыҙ. 2021 йылда "Башҡортостан", "Йәшлек", "Киске Өфө" гәзиттәре, "Башҡортостан уҡытыусыһы", "Шоңҡар", "Ағиҙел", "Башҡортостан ҡыҙы", "Ватандаш" журналдары – йәмғеһе 56 баҫмаға октябрь айында уҡ ташлама менән яҙылып та ҡуйҙыҡ, – ти башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты коллективы етәксеһе Гөлфирә Абдуллина.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас