Хөрмәтле дуҫтар! Билдәле булыуынса, “Башҡортостан” гәзите “Аҙна һайын – бүләк” акцияһы иғлан иткәйне. Уға йомғаҡ яһаныҡ.
Был юлы бәхет Ҡырмыҫҡалы районының Константиновка ауылында йәшәгән Гүзәлиә Ринат ҡыҙы Сәғитоваға йылмайҙы. Уға мультибешергес тапшырасаҡбыҙ.
“Башҡортостан” гәзите тоғро дуҫтарынан квитанциялар күсермәһе көтә. “Аҙна һайын – бүләк” акцияһына ярашлы Яңы йылға тиклем бүләктәр уйнатыласаҡ.
Яҙылығыҙ, дуҫтар! Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!