Гәзиткә яҙылыу
25 Ноябрь 2020, 09:45

Мерәҫтәр матбуғатҡа әүҙем яҙыла

Гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу декадаһында дуҫтарыбыҙ һаны тағы ла артыр, тип ышанабыҙ.

Баймаҡ районының Мерәҫ почта бүлексәһенә Мерәҫ һәм Бәхтегәрәй ауылдары ҡарай. Был ауылдарҙа почта хеҙмәтенең эше яҡшы ойошторолған.
Почта бүлексәһе начальнигы Мәрйәм Нәҙербаеваның был өлкәләге хеҙмәт стажы - 16 йыл, шуның туғыҙ йылында ул - почта бүлексәһе эшен оҫта алып барған тәжрибәле етәксе. Ауылдаштарына ихтирамлы, абруйлы булыуы менән танылған.
Уның етәкселегендә эшләгән почтальон Миләүшә Килдейәрова менән матбуғатҡа яҙылыу осоронда әүҙемлектәре менән айырылып торалар. "Башҡортостан" гәзитенә был ауылдарҙан унлап кеше яҙылды ла инде. Тиҙҙән, ташламалы хаҡҡа яҙылыуҙың ун көнлөгөндә, матбуғатҡа яҙылыусылар һаны тағы ла артыр, ти Мәрйәм Морат ҡыҙы.
Автор фотоһы.
Читайте нас