Гәзиткә яҙылыу
27 Ноябрь 2020, 12:30

Шакирҙың бүләге кемгә эләгер?

“Башҡортостан” гәзитенә яҙылған дуҫтарыбыҙҙы билдәле яҡташыбыҙ, “Салауат Юлаев” командаһы хоккейсыһы Шакир Мөхәмәҙуллиндан бик үҙенсәлекле бүләк көтә

Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, хәҙер исеме тотош донъяға билдәле яҡташыбыҙ, “Салауат Юлаев” командаһы хоккейсыһы Шакир Мөхәмәҙуллиндан бик үҙенсәлекле бүләк көтә “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырған дуҫтарыбыҙҙы.
Шакир Мөхәмәҙуллин 2002 йылдың 10 ғинуарында тыуған. “Салауат Юлаев” хоккей командаһы мәктәбендә тәрбиәләнгән һаҡсы. Егет 2018/2019 йылда профессиональ кимәлдә “Толпар” йәштәр командаһы составында уйнай башланы. 2019/2020 уйын миҙгелендә “Салауат Юлаев”тың төп составында сығыш яһау бәхетенә өлгәште.
Быйыл 5 сентябрҙә Череповецтың “Северсталь” командаһына ҡаршы уйнағанда 18 йәшлек Шакир лигала беренсе шайбаһын индерҙе. Шулай итеп, ул “Салауат Юлаев”тың Континенталь хоккей лигаһында гол кереткән иң йәш уйынсы булып танылды. Бынан тыш, лигалағы 2002 йылғылар араһында рәсми матчта ошондай уңышҡа өлгәшкән беренсе хоккейсы. Егет 7 октябрҙә океан аръяғындағы драфтың тәүге раундында 20-се булып “Нью-Джерси Девилз” клубы тарафынан һайланды. Күптән түгел Хельсинки ҡалаһының “Хартвалл Арена” боҙонда Карьяла кубогына хоккей турнирҙа илебеҙ командаһы составында ҡатнашты. Белеүебеҙсә, быйыл ил командаһы был спорт сараһында еңеү яуланы. Өҫтәүенә Шакир Мөхәмәҙуллин 26 декабрҙән 5 ғинуарға тиклем Рәсәй командаһы составында АҠШ, Чехия, Австрия һәм Швеция хоккейсылары менән беренселек өсөн алышасаҡ.
Ҙур спортта сағыу уңыштарға өлгәшкән яҡташыбыҙ “Башҡортостан” гәзите дуҫтарына үҙенсәлекле бүләк әҙерләне. Шакир Мөхәмәҙуллин ҡуйған ҡултамғалы бейсболка “Башҡортостан” гәзитенә яҙылған дуҫтарыбыҙҙың береһенә тапшырыласаҡ. Бының өсөн “Башҡортостан” гәзите квитанцияһы күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк.
Коллаж: Нәсих Хәлисов.
Читайте нас