Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Гәзиткә яҙылыу
30 Ноябрь 2020, 16:00
Ҡаҙ отҡоң килһә, гәзиткә яҙыл!
Шишмә районынан эшҡыуар Ишмөхәмәтовтар "Башҡортостан" гәзитенә яҙылыусыларға шәп бүләк әҙерләне.
Яңы йыл табынын тәмле ҡаҙ ите менән биҙәргә теләйһегеҙме? Бының өсөн бары тик киләһе йылға “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк.
Бағыусыбыҙ – Шишмә районынан крәҫтиән (фермер) хужалыҡ етәксеһе Илдус Риза улы Ишмөхәмәтов. Ул 2010 йылда ҡошсолоҡ тармағында эш башлай. Ғаилә ағзалары – ҡатыны Нурсилә Тәлғәт ҡыҙы, улы Раил – төп ярҙамсылары. Оҫталыҡтары артҡандан-арта эшһөйәр ғаиләнең. Хәҙер ҡош ҡарауҙың бөтөн нескәлектәрен беләләр. Дүрт мең ҡаҙ, меңдән ашыу өйрәк, бройлер тауығы аҫрап, көҙ айында һатыуға сығаралар.
– Пандемия осоронда алдан заказ биреү нигеҙендә йортҡа илтеп тапшырыу хеҙмәтен күрһәтәбеҙ, – ти Раил Илдус улы. – Йәрминкәләргә рөхсәт бирелгәс, шәмбе һайын баш ҡаланың Спорт һарайы алдында ла сауҙа итәм.
– Ниндәй тоҡомдарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Линда, аҡ итальян тоҡомдары биш-алты килограмға хәтлем етә.
Әйткәндәй, Раил ҡатыны Динара менән өс бала үҫтерә. Хеҙмәт тәрбиәһе алып, күркәм өлгөлә буй еткергән Вилдан, Самира һәм Тимур ҙа тиҙҙән ғаилә кәсебенә үҙ өлөшөн индерә башлар.
Тәүҙә тимер юлсы булған Раил атаһына ярҙамға ҡайтып, ауыл хужалығы хеҙмәтенә тотонғанына бер ҙә үкенмәй. “Эшләгән һайын киңерәк мөмкинлектәр асыла. Үҫешкә ынтылып, уның төрлө заманса юлдарын эҙләй башлайһың. Инстаграмда үҙ битебеҙ бар (#domashnii_broiler_ufa_chishmy), уның да майҙанын киңәйтергә тырышабыҙ”, – ти уңған эшҡыуар.
Йә, кем алыҡ? Һеҙҙән квитанциялар менән хаттар көтәбеҙ, хөрмәтле матбуғат һөйөүселәр! "Башҡортостан" гәзитенә өйҙән сыҡмай ғына түбәндәге һылтанма аша яҙылырға була:
https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1016/
Төрлө бүләктәр оторға мөмкин:
https://bash.rbsmi.ru/articles/g-zitk-ya-ylyu/Matbu-at-a-ya-il--m-b-l-k-ot-546756/
Иғтибар! 3 декабрҙән 13-нә тиклем "Рәсәй почтаһы" 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан итте. Был осорҙа хаҡтар түбәндәгесә:
П2729 индексы буйынса
podpiska.pochta.ru/press/П2729
(аҙнаһына ике тапҡыр сыға) хаҡы – 1386 һум 24 тин;
П3030 индексы буйынса
podpiska.pochta.ru/press/П3030
(йома һаны) хаҡы – 732 һум 72 тин.
Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!
Автор фотоһы.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"