Йәш булыуына ҡарамаҫтан, хәҙер исеме бар донъяға билдәле яҡташыбыҙ, “Салауат Юлаев” командаһы хоккейсыһы Шакир Мөхәмәҙуллиндан үҙенсәлекле бүләк “Башҡортостан” гәзитенә яҙылған дуҫтарыбыҙҙың береһенә буласаҡ, тип хәбәр иткәйнек.
Еңеүсе редакцияға килгән, баҫмаға яҙылыуҙы раҫлаған квитанциялар араһында отош үткәреү нигеҙендә асыҡланды. Шулай итеп, билдәле хоккейсы Шакир Мөхәмәҙуллиндың бүләген - спортсының ҡултамғаһы ҡуйылған бейсболканы - Архангел районы үҙәгенән Лена Садиҡова отто. Еңеүсене ошондай матур һәм иҫтәлекле бүләккә эйә булыуы менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә “Башҡортостан”ға тоғро ҡалыуын теләйбеҙ.
Иғтибар! 3 декабрҙән 13-нә тиклем "Рәсәй почтаһы" 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан итте. Был осорҙа хаҡтар түбәндәгесә:
П2729 индексы буйынса podpiska.pochta.ru/press/П2729 (аҙнаһына ике тапҡыр сыға) хаҡы – 1386 һум 24 тин; П3030 индексы буйынса podpiska.pochta.ru/press/П3030 (йома һаны) хаҡы – 732 һум 72 тин.
Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!