Яңауыл районы – йыл һайын “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыуҙы әүҙем ойоштороп килгән төбәктәрҙең береһе. Урындағы етәкселек матбуғатҡа яҙылыу осоронда шәхсән өлгө күрһәтә. Мәҫәлән, хакимиәт башлығы Илшат Әғзәм улы Вәзиғәтов күптән түгел социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошондай йөкмәткеле пост ҡуйҙы.
“Бөгөн – яңы технологиялар, һанлаштырыу, күҙ асып йомғансы алынған хәбәрҙәр, етеҙ аралашыуҙар заманы... Гәзитһеҙ ҙә йәшәп була кеүек. Әммә баҫма матбуғатты уҡыуҙың үҙенә генә хас өҫтөнлөктәре, айырым бер йәме бар. Башҡа мәғлүмәт сығанаҡтарына ҡарата быны әйтеп булмай. Бөгөнгө ығы-зығылы, бер мәғлүмәтте икенсеһе алмаштырып ҡына торған заманда гәзиттәргә уйлана белгән етди һәм тоғро уҡыусы кәрәк. Беҙҙең өлкән быуын вәкилдәре – тап шулар иҫәбендә. Улар уҡый белә. Уйлана. Фекер төйнәй.
Уҡырға яратҡан, әммә матбуғат алдырыу матди яҡтан ауырыраҡ булған хаҡлы ялдағы ун кешегә бүләк эшләргә – район гәзитенә яҙҙырырға булдым.
Коллегаларымды – урынбаҫарҙарымды, предприятие һәм ойошма етәкселәрен ошо өлгөгә ҡушылырға саҡырам. Яңы йыл алдынан туғандарығыҙҙы, атай-әсәйегеҙҙе, әбей-бабайҙарҙы, күршеләрегеҙҙе ҡыуандырып, уларға гәзиткә яҙылыу бүләк итегеҙ. Кем минең өлгөгә ҡушыла?” – тип яҙҙы Илшат Әғзәм улы.
Ә бөгөн “Башҡортостан” гәзите мөхәррире Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов менән осрашыуҙа һүҙ башлыса республика баҫмаларына яҙылыу барышы тураһында барҙы. Илшат Әғзәм улы яңауылдарҙың был йәһәттән быйыл да һынатмаясағы тураһында белдерҙе.
Ә “Башҡортостан” гәзите, үҙ сиратында, республикабыҙҙы иңләп-буйлап, һәр төбәккә, унда йәшәгән эшһөйәр, уңған кешеләргә, уларҙың көнкүрешенә, уңыштарына һәм проблемаларына иғтибарын йәлләмәйәсәк. Шулай булғас, киләсәктә лә бергә булайыҡ, дуҫтар!
Әйткәндәй, 3 декабрҙән 13-нә тиклем республикабыҙҙың төп баҫмаһы “Башҡортостан”ға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға мөмкин https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1016/. Ошо ун көнлөктә аҙнаһына ике тапҡыр сыҡҡан podpiska.pochta.ru/press/П2729 индекслы “Башҡортостан” гәзите - 1386 һум 24 тин, ә 24 битлек podpiska.pochta.ru/press/П3030 индекслы «Башҡортостан-Йома” 732 һум 72 тин тора.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.