Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рамаҙан Өмөтбаев, Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар һәм “Башҡортостан” гәзите лауреаты Лира Яҡшыбаева – баҫмабыҙҙың күптәнге дуҫы. Ул быйыл да гәзитебеҙгә яҙылған.
Лира апай Яҡшыбаева быйыл баҫманы Матбуғат йортонан килеп алыу юлын һайлаған.
– “Башҡортостан” гәзите – күптәнге дуҫым. Уның аша донъя яңылыҡтары менән танышабыҙ. Гәзиттә һәр мәҡәлә уҡымлы. Һәр кемде баҫмаға яҙылырға саҡырам, – ти Лира Миңләхмәт ҡыҙы.
Милләттәшебеҙгә киләсәктә лә гәзитебеҙгә тоғро ҡалыуын, беҙҙе яҙмалары менән ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ.
Иғтибар! 3 декабрҙән 13-нә тиклем "Рәсәй почтаһы" 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан итте. Был осорҙа хаҡтар түбәндәгесә:
П2729 индексы буйынса podpiska.pochta.ru/press/П2729 (аҙнаһына ике тапҡыр сыға) хаҡы – 1386 һум 24 тин; П3030 индексы буйынса podpiska.pochta.ru/press/П3030 (йома һаны) хаҡы – 732 һум 72 тин.
Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!