“Аҙна һайын – бүләк” акцияһы дауам итә. Үткән аҙнала бүләккә ҡаҙ тәҡдим иткәйнек. Уны бағыусыбыҙ Шишмә районынан ҡошсолоҡ буйынса махсуслашҡан эшҡыуар Илдус Ишмөхәмәтов бүләк итте.
Тәмле күстәнәс - ҡаҙ Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылына Хөснә Исламбаеваның өлөшөнә төштө. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, матбуғат һөйөүсе дуҫыбыҙ!
Был аҙнала елле бүләк - мультибешергес уйнатабыҙ. Әүҙемерәк булығыҙ, гәзиткә яҙылыусылыр!
Әйткәндәй, һөйөнөслө хәбәр! 2021 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа арзан хаҡҡа яҙылыуҙың ун көнлөгө 20-нә тиклем оҙайтылды! "Башҡортостан" гәзите – тоғро дуҫығыҙ, кәңәшсегеҙ йортоғоҙға килеп һөйөндөрһөн тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлексәләрендә һеҙҙе көтәләр. Декада ваҡытында П2729 индексы буйынса хаҡ - 1386 һум 24 тин, яҙылыу өсөн һылтанма: podpiska.pochta.ru/press/П2729; П3030 индекслы йома һанының хаҡы - 732 һум 72 тин, һылтанма: podpiska.pochta.ru/press/П3030. Беҙгә баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен ебәреп, “Аҙна һайын – бүләк” акцияһында ҡатнаша алаһығыҙ. Иң ҙур отош декабрь аҙағында уйнатыласаҡ. Гәзиткә өйҙән сыҡмайынса ла https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1016/ һылтанмаһы аша яҙылып, квитанцияның күсермәһен һәм телефон һанын күрһәтеп почта аша йәки электрон адресҡа (bashgazeta@mail.ru) ебәрегеҙ. Гәзит электрон почтағыҙға килһен тиһәгеҙ, https://rbsmi.ru/ сайтына инеп яҙыла алаһығыҙ. Хаҡы – 864 һум. Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 5-се ҡат, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы.
Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 272-62-61, 273-83-92.
Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!