Гәзиткә яҙылыу
11 Декабрь 2020, 17:00

"92 йәшендә лә “Башҡортостан”ды уҡыны”

Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин ниндәй иҫтәлектәре, фекерҙәре менән уртаҡлашты?

Балаҡатайға командировкаға барғас, иң беренсе район хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин менән осраштыҡ.
"Яңыраҡ, 2 ноябрҙә, атайым 92 йәшендә вафат булды. Ул һуңғы көнөнә тиклем “Башҡортостан”ды уҡыны. Тыл ветераны ине. Беҙ ҙә бала саҡтан “Башҡортостан”ды уҡып үҫтек, гәзит-журналдарҙы күп алдырҙыҡ. Беҙҙең быуын яҙма баҫмаға өйрәнгән.
Хәҙер кешеләр ҡыҫҡа һәм шау-шоу тыуҙырған кире, насар мәғлүмәтте уҡыуға әүәҫләнде. Шундайҙар араһында рәсми матбуғат беҙгә яҡшылыҡты, ыңғай яңылыҡтарҙы алып килгән сығанаҡ булып ҡала. Хөкүмәттең дә рәсми мәғлүмәттәре боҙолмайынса баҫыла. Халыҡ өсөн кәрәкле иғландар бирелә. Тимәк, ваҡиғаларҙың уртаһында булыу мөмкинлеге асыла. Мин үҙем “Башҡортостан” гәзитенә яҙылмай ҡалғаным юҡ, – тине Мәсхүт Рәшит улы.
Билдәле булыуынса, әле матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡ менән яҙылыу дауам итә – 20 декабргә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ. Декада ваҡытында П2729 индексы буйынса хаҡ – 1386 һум 24 тин, яҙылыу өсөн һылтанма: podpiska.pochta.ru/press/П2729; П3030 индекслы йома һанының хаҡы – 732 һум 72 тин, һылтанма: podpiska.pochta.ru/press/П3030.


Беҙгә баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен ебәреп, “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһында ҡатнаша алаһығыҙ. Иң ҙур отош декабрь аҙағында уйнатыласаҡ.


Гәзиткә өйҙән сыҡмайынса ла https://rbsmi.ru/cata­log/pod­piska/1016/ һылтанмаһы аша яҙылып, квитанцияның күсермәһен, телефон һандарығыҙҙы күрһәтеп, почта аша йәки электрон адресҡа (bashgazeta@mail.ru) ебәрә алаһығыҙ.


Гәзит электрон почтағыҙға килһен тиһәгеҙ, https://rbsmi.ru/ сайтына инеп яҙылығыҙ.


Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 272-62-11, 273-83-92.
Автор фотоһы.
Читайте нас