Гәзиткә яҙылыу
11 Декабрь 2020, 14:46

Баҫмаларҙы алдырмаған кешеләргә аптырайым

Һуңғы йылдарҙа районда һәм республикала баҫылып сыҡҡан гәзит һәм журналдарҙың тиражының кәмеүе ныҡ борсоуға һала. Баҫмаларыбыҙ төрлө рубрикаларға бай, һәм улар төрлө ҡатлам уҡыусыларының ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, тип уйлайым.

Һуңғы йылдарҙа районда һәм республикала баҫылып сыҡҡан гәзит һәм журналдарҙың тиражының кәмеүе ныҡ борсоуға һала. Баҫмаларыбыҙ төрлө рубрикаларға бай, һәм улар төрлө ҡатлам уҡыусыларының ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, тип уйлайым.


Башҡорт телендә нәшер ителгән милли баҫма­ла­ры­быҙҙа халҡыбыҙҙың тарихына, туған телебеҙгә, мәҙәниә­тебеҙгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр, сәләмәтлек тураһында файҙалы мәғлүмәт­тәр табырға мөмкин. Шулай уҡ йолаларыбыҙ, сәләмәт тормош, ғаилә ныҡлығы хаҡында мәҡәләләр ҙә даими баҫылып тора.


Үҙем 81 йәштә булһам да, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө”, “Йәншишмә”, “Комсомольская правда” гәзит­тәрен, “Шоңҡар”, “Ватандаш”, “Ағиҙел”, “Һәнәк” журналдарын, райондың “Хәй­булла хәбәрҙәре” һәм “Хайбуллинский вестник” баҫмаларын алдырам. Уларҙы улым да, киленем дә яратып уҡый. Гәзит-журналдың һәр битен ҡарап, ҡулға тотоп уҡыу ҙур ял булып тойола беҙгә. Хәҙерге заманда оло кешеләр ҙә, балалар ҙа көнө-төнө компьютерҙа ултыра, телефондарын ҡулдан төшөрмәй, шул арҡала гәзиттәрҙең тиражы ла кәмейҙер, тип уйлайым. Йәштәр ҙә, балалар ҙа ҡағыҙға баҫылған китаптарҙы уҡып бармай, аудиокитап тип, ҡолаҡсын ҡуйып тыңлай. Тыңлау менән үҙең уҡығандың айырмаһы ҙур, әлбиттә.


Гәзит мәҡәләләре бер ваҡытта ла иҫкермәй, ҡабат алып уҡыһаң да, үҙенең көнүҙәклеген юғалтмай. Күптәр почтаның насар эшләүенә һылтана. Шөкөр, ул йәһәттән дә дәғүәм юҡ. Почтальонды түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Барлыҡ ҡәрҙәштәремә “Башҡортса баҫмаларыбыҙға яҙылайыҡ, уларҙы юғалтыуға юл ҡуймайыҡ!” тип өндәшкем килә.


Гәзит-журнал хеҙмәт­кәр­ҙәренә “баҫмаларҙы яңы рубрикалар менән байытып то­роғоҙ” тип кәңәш бирер инем. Милли баҫмаларҙы ижад итеүҙә үҙебеҙ ҙә ҡатнашайыҡ, йәшәгән урындарыбыҙҙан төрлө темаға фәһемле, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙып ебәрәйек һәм матбуғатҡа яҙылыу осоронда өгөт-нәсихәт менән ярҙам итәйек!



Хәйбулла районы,

Әбүбәкер ауылы.
Читайте нас