Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
16 Декабрь 2020, 20:30

"Яңы йылға шәп бүләк булды!"

"Аҙна һайын - бүләк" акцияһында ҡаҙ отҡан дуҫыбыҙ - Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылынан Хөснә Исламбаева еңеү тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Билдәле булыуынса, "Башҡортостан" гәзитенә яҙылғандар араһында ҡаҙ уйнатҡайныҡ. Бындай шәп бүләкте бағыусыбыҙ - Шишмә районынан ҡошсолоҡ буйынса махсуслашҡан эшҡыуар Илдус Ишмөхәмәтов тәҡдим иткәйне.
Еңеүҙе Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылынан Хөснә Исламбаева яуланы.
"Приз отҡанымды гәзиттән уҡып белдем. Башта ышанмай торҙом. Ҡыҙыма, "Башҡортостан"ға яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк, тип әйтеүем булды, был эште йәһәт кенә тормошҡа ашырып та ҡуйғайны", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Хөснә апай. Ул мәктәптә ҡырҡ йыл уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Оҙаҡ йылдар инде гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы булып тора. Әле ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә.
"Бындай шәп бүләккә шул ҡәҙәр һөйөндөм, - ти дуҫыбыҙ. - Ошондай уйындарҙа беренсе тапҡыр ҡатнашыуым. Һөҙөмтәлә Яңы йыл табынына тәмле ҡаҙ булды. "Башҡортостан"ды һәр ваҡыт яратып уҡыйым. Алла бирһә, киләһе йылдарҙа ла республикабыҙҙың төп гәзитенә мотлаҡ яҙыласаҡмын. Барлыҡ коллективҡа сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ижади үрҙәр теләйем!"
Билдәле булыуынса, 2021 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа арзан хаҡҡа яҙылыуҙың ун көнлөгө 20 декабргә тиклем оҙайтылды. "Башҡортостан" гәзите йортоғоҙға килеп һөйөндөрһөн тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлексәләрендә һеҙҙе көтәләр. Декада ваҡытында П2729 индексы буйынса хаҡ - 1386 һум 24 тин, яҙылыу өсөн һылтанма: podpiska.pochta.ru/press/П2729; П3030 индекслы йома һанының хаҡы - 732 һум 72 тин, һылтанма: podpiska.pochta.ru/press/П3030.
Беҙгә баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен ебәреп, “Аҙна һайын – бүләк” акцияһында ҡатнаша алаһығыҙ. Иң ҙур отош декабрь аҙағында уйнатыласаҡ. Гәзиткә өйҙән сыҡмайынса ла https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1016/ һылтанмаһы аша яҙылып, квитанцияның күсермәһен һәм телефон һанын күрһәтеп почта аша йәки электрон адресҡа ([email protected]) ебәрегеҙ.
Гәзит электрон почтағыҙға килһен тиһәгеҙ, https://rbsmi.ru/ сайтына инеп яҙыла алаһығыҙ. Хаҡы – 864 һум.
Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 5-се ҡат, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 272-62-61, 273-83-92.

Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!
Фото еңеүсенең шәхси альбомынан.
Читайте нас: