Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
18 Декабрь 2020, 17:00

Ейәнсуралар "Башҡортостан" менән бергә!

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы тураһында ниндәй фекерҙә?

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ваҡытлы матбуғат менән дуҫлыҡтың, беренсенән, күңел талабын ҡәнәғәтләндереү өсөн файҙалы булыуын, икенсенән, аң-белем кимәлен даими арттырыу йәһәтенән айырыуса мөһим икәнен билдәләй.
Әйткәндәй, Ейәнсура районында гәзит-журналдарға яҙылыуҙы ойоштороу һәр ваҡыт юғары кимәлдә үтә. Һәр кем үҙенең йәшенә, зауығына ҡарап теге йәки был баҫманы өйөнә йәки эш урынына алдырып уҡый. Күптәр республикабыҙҙың төп баҫмаһы “Башҡортостан”ға өҫтөнлөк бирә.
"Йортҡа нур өҫтәгән, уны балҡытҡан, кәйефте күтәргән, киләһе көндәргә ышанысты арттырған баҫма ул - бер нисә йыл элек бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән абруйлы “Башҡортостан”, - ти Дәмин Юланов.
Билдәле булыуынса, 2021 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа арзан хаҡҡа яҙылыуҙың ун көнлөгө 20 декабргә тиклем оҙайтылды. "Башҡортостан" гәзите йортоғоҙға килеп һөйөндөрһөн тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлексәләрендә һеҙҙе көтәләр. Декада ваҡытында П2729 индексы буйынса хаҡ - 1386 һум 24 тин, яҙылыу өсөн һылтанма: podpiska.pochta.ru/press/П2729; П3030 индекслы йома һанының хаҡы - 732 һум 72 тин, һылтанма: podpiska.pochta.ru/press/П3030.
Беҙгә баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен ебәреп, “Аҙна һайын – бүләк” акцияһында ҡатнаша алаһығыҙ. Иң ҙур отош декабрь аҙағында уйнатыласаҡ. Гәзиткә өйҙән сыҡмайынса ла https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1016/ һылтанмаһы аша яҙылып, квитанцияның күсермәһен һәм телефон һанын күрһәтеп почта аша йәки электрон адресҡа ([email protected]) ебәрегеҙ.
Гәзит электрон почтағыҙға килһен тиһәгеҙ, https://rbsmi.ru/ сайтына инеп яҙыла алаһығыҙ. Хаҡы – 864 һум.
Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 5-се ҡат, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 272-62-61, 273-83-92.

Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!
Фото: Рәмил Низаметдинов.
Читайте нас: