Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
21 Декабрь 2020, 23:00

Ҡыуандыҡты ҡыуандырҙыҡ

"Башҡортостан" гәзитенең электрон версияһына һәм редакциянан килеп алыу шарты менән яҙылыу дауам итә, дуҫтар. Бергә ҡалайыҡ!

"Башҡортостан" гәзите үҙенең тоғро дуҫтарын төрлө бүләктәр менән һөйөндөрөүен дауам итә. Бының өсөн баҫмаға яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк.
Сираттағы бүләк - электр сәйнүге - Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан Ҡыуандыҡ Әбдрәхимовтың өлөшөнә төштө. Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы оҙаҡ йылдар инде уҡытыусы булып эшләй. Олоғайып барған ата-әсәһен дә ҡарай.
"Ғаиләбеҙ ғүмер буйы "Башҡортостан" гәзитенән айырылманы. Уны уҡып үҫтек. Быйыл да яратҡан баҫмабыҙға яҙылып ҡуйҙым. Мерәҫ почта бүлеге етәксеһе Мәрйәм Нәҙерғолова квитанцияларҙың уйында ҡатнашыу мөмкинлеге барлығы тураһында аңлатҡас, күсермәне конвертҡа һалып ебәрҙем. Көтмәгәндә уңыш йылмайҙы", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты дуҫыбыҙ, бүләкте ҡулға алғас.
Ҡыуандыҡты ҡыуандырҙыҡ. Алдағы көндәрҙә гәзит менән йортоғоҙға һәр саҡ яҡшы хәбәрҙәр генә килеп торһон!
2021 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу тамамланды. Шулай ҙа әле ике төр буйынса яҙылыу дауам итә:
- гәзиттең электрон версияһына https://rbsmi.ru/ - 864 һум;
- редакциянан килеп алыу шарты менән - 786 һум.
Һорауҙарығыҙ булһа, 8 (347) 272-62-61 телефоны аша бәйләнешкә инеп асыҡлай алаһығыҙ. Ошо көндәрҙә яҙылғандарҙың квитанцияларын көтөп ҡалабыҙ. Һеҙҙе шәп бүләктәр көтә!
Автор фотоһы.
Читайте нас: