Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
9 Ғинуар 2021, 17:00

"Башҡортостан" бүләге - хеҙмәт ветеранына

Бүләкте Яңы йыл байрамдарында Белорет районының Манышты ауылына алып барып тапшырҙыҡ.

“Башҡортостан” гәзитенә 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылғандар араһында сираттағы бүләкте Белорет районының Манышты ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны Ғәзиз Шаһыбал улы Байрамғәлин отто. Бүләкте оло йәштәге уҡыусыбыҙға алып барып тапшырҙыҡ.
Ғәзиз Шаһыбал улына 82 йәш. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. 12 йәштән үк нығынып та бөтмәгән үҫмер ауыр урман эшенә сыға. Шулай итеп, 45 йыл бер урында ағас ҡырҡыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сығырға насип була уға.
Ғәзиз Байрамғәлин данлы хеҙмәт юлы үтә. Ул 1978 йылда – “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, 1985 йылда “XI биш йыллыҡ ударнигы” билдәләренә, 1987 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшы хеҙмәткәр” һәм “Ағас әҙерләү һәм ағас ҡырҡыу буйынса маҡтаулы мастер” исеменә лайыҡ була, “СССР Урман сәнәғәтенең социалистик ярышы алдынғыһы” билдәһе менән наградлана. Уның фиҙәкәр хеҙмәте башҡа бик күп маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнгән. Әйткәндәй, уларҙың бригадир Рәжәп Байрамғәле улы Мирасов етәкселегендәге ағас әҙерләү бригадаһы һәр саҡ алдынғылар рәтендә була.
Ғәзиз Шаһыбал улы Сәлиха Юныс ҡыҙы Хәсәнова менән ғаилә ҡороп, алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Тик бынан һигеҙ йыл элек хәләл ефете вафат булған, шуға ла хеҙмәт ветераны яңғыҙ донъя көтә. Әле балалары ярҙам итеп тора. Беҙ барғанда уҡытыусы булып эшләгән ҡыҙҙары Ләйсән менән Гөлназ уның янында ине.
– Гәзитһеҙ ҡалай итеп йәшәйһең, гәзитһеҙ йәшәп булмай. Барлыҡ яңылыҡтарҙы ҡарап барабыҙ. Аллаға шөкөр, күҙ күрә, рәхәтләнеп уҡыйым. Беҙ бала саҡта “Совет Башҡортостаны” гәзите һәр йортҡа килә ине, шуға ла был ҙур гәзитте бала саҡтан уҡып, белеп үҫтек. Әле “Башҡортостан” һәм “Урал” гәзитен алдырам. Ошолай ололап, бүләк тапшырғанығыҙ өсөн рәхмәт. Йәштәргә теләк – матур уҡыһындар, тәртипле булһындар, донъялар тыныс булһын, – тине бик ҡәнәғәт төҫ менән гәзит уҡыусыбыҙ.
“Башҡортостан” гәзитенең бүләге ошондай абруйлы хеҙмәт ветераны, ауылдың аҡһаҡалы Ғәзиз Шаһыбал улына эләгеүенә беҙ ҙә ҡыуандыҡ. Был быуын тик хөрмәткә, рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.
Автор фотоһы.
Читайте нас: