Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
16 Ғинуар 2021, 00:09

Тоғро дуҫтар бүләккә лайыҡ!

Күптән килгән матур йолаға ярашлы, “Башҡортостан” гәзите быйыл да үҙ уҡыусылары – 2021 йылға яҙылыусылар араһында приздар буйынса уйын ойошторҙо. Унда, белеүебеҙсә, гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанциялар күсермәһе ебәргән кешеләр ҡатнаша. Был ҡыҙыҡлы сара уҡыусылар араһында бик популяр – әлеге уйында ҡатнашырға теләп 200-ҙән ашыу квитанция күсермәһе килеүе үҙе үк шуны раҫлай. Кемдәр бүләк отто был юлы?

– Электр тостерын – Учалы районының Илсе ауылынан Әлфиә Мирзина;
– электр сәйнүген – Ейәнсура районының Әлебай ауылынан Миңлегөл Хасаева;
– барбекю өсөн рәшәткә – Йылайыр районының Сидоровка ауылынан Рәсимә Аҙнағолова;
– шөрөп борғос дрелде – Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылынан Фидан Йәрмөхәмәтов;
– аккумуляторлы отвертканы – Учалы районы Өргөн ауылынан Салауат Рәсүлев;
– электр ҡырынғысын – Стәрлетамаҡ районының Васильевка ауылынан А. А. Вәхитова;
– өҫтәл үлсәүен – Мәләүез ҡалаһынан Юнир Аҙнағолов;
– электр плитәһен – Өфө ҡалаһынан Мансур Туғыҙбаев;
– ҡәһүә ҡайнатҡысты – Белорет ҡалаһынан Артур Хәйруллин;
– цитрус һыҡҡысты – Өфө ҡалаһынан Әлфиә Зәйдинова.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Беҙҙең девиз элеккесә: “Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!”
Читайте нас: