Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
19 Февраль 2021, 18:00

“Башҡортостан”ды һайлаусылар күбәйә

Республика гәзитенең дуҫтары йылдан-йыл артҡандан-арта. Әйткәндәй, баҫманы студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа берҙәй үҙ итә.

“Башҡортостан” республика гәзитенең дуҫтары йылдан-йыл артҡандан-арта. Әйткәндәй, баҫманы студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа берҙәй үҙ итә. Мәҫәлән, “Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы” дәүләт автономиялы профессиональ белем биреү учреждениеһында саҡта быға үҙебеҙ ҙә шаһит булдыҡ.
– Колледжда йыл һайын “Башҡортостан” гәзитенә яҙылабыҙ, – тип һөйләй Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы директоры Марат Шмаков. – Айырыуса белем усаҡтары тураһындағы мәҡәләләрҙе көтөп алабыҙ, “Белем һәм тәрбиә”, “Мәғариф” кеүек махсус биттәрҙәге яңылыҡтар, һүрәтләмәләр, уҡытыусылар менән әңгәмәләр оҡшай.
Марат Радик улы билдәләүенсә, республикала йәшәгәс, мотлаҡ рәүештә “Башҡортостан”ға яҙылырға кәрәк. Ул эш көнөн ваҡытлы матбуғатҡа күҙәтеү яһауҙан башлауҙы ғәҙәткә индергән.
Автор фотоһы.
Читайте нас: