Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
21 Февраль 2021, 00:15

Ауыл кешеһе өсөн иң яҡшы бүләк!

"Кисә Әбйәлил районында булып, бәхетле еңеүселәргә электр самокатын тапшырғайныҡ. Ә бөгөн Баймаҡҡа ҡар таҙартыу машинаһын килтерҙек".

Гәзиткә лә яҙыл, бүләген дә от. Башҡортостанда ошо матур йолаға нигеҙ һалынды. Бер район һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитанция күсермәһен "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәтенә ебәргәндәр араһында үткәрелә ул. Ә бүләктәр бигерәк шәп: һыуытҡыс, электр самокаты, ноутбук, телевизор, ҡар таҙартыу машинаһы һәм башҡалар.
Ғинуар аҙағында Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында бүләктәр отторолдо. Әле иһә уларҙы эйәләренә таратыу бара.
Сираттағы ҙур бүләк Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылына юлланды. Ауыл өсөн бик кәрәкле һәм файҙалы бүләкте даланлы апай – фельдшер Зилә Ҡотлоғужина отҡан. Уны тапшырыу өсөн Республика мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Айнур Дәүләтбәков үҙе барған.
"Кисә Әбйәлил районында булып, бәхетле еңеүселәргә электр самокатын тапшырғайныҡ. Ә бөгөн Баймаҡ төбәгенә ҡар таҙартыу машинаһын килтерҙек. Киләсәктә лә беҙҙең матбуғат баҫмалары менән бергә ҡалығыҙ, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулағыҙ", – тине ул.
Бүләк отҡан Зилә Ҡотлоғужина, эше тыңғыһыҙ булһа ла, гәзит-журналдар алдырып уҡырға ваҡыт таба. Яратҡан баҫмаларынан айырылмай. Ә ошондай ҙур бүләк тә отҡас, ҡыуанысының сиге булмай. Баҡһаң, ул ауылдың ситендә йәшәй икән. Саҡ ҡына ҡар яуһа ла, уларҙың урамына һала. Шуға күрә ауыл кешеһе тап ошо бүләкте отҡанына ныҡ шатланған. Уйынды ойоштороусыларға уның рәхмәте сикһеҙ.
Ауыл халҡын дауалау менән шөғөлләнгән апай ике малайға ғүмер биргән. Улдары өйләнгән, әле баш ҡалала йәшәйҙәр. Зилә апайҙы ике тапҡыр өләсәй итеп тә өлгөргәндәр.
Фото: Республика мәғлүмәт үҙәге.
Читайте нас: