Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
3 Март 2021, 15:30

Ғүмер буйы халыҡ араһында

Инера Сәхи ҡыҙы халыҡҡа рухи аҙыҡ таратыуға, Башҡортостан тауышын һәр ғаиләгә ишеттереүгә лайыҡлы өлөш индерә.

Республикабыҙға исем биргән, үҙ телебеҙҙә нәшер ителгән “Башҡортостан” гәзитен милләттең, халыҡтың, быуаттың йылъяҙмаһы тип атарға мөмкин. Тормошта ниндәй генә ваҡиғалар, үҙгәрештәр булыуына ҡарамаҫтан, баҫма һәр саҡ заман һулышын тойоп, республика менән бергә атлай. Матбуғат баҫмаһы өр-яңы тарих биттәре менән тулылана, көндәлек көйөнөс-һөйөнөстәребеҙ, көнүҙәк мәсьәләләребеҙ унда көҙгөләгеләй сағыла.
Гәзит һәр саҡ уҡыусылары, матбуғат дуҫтары менән көслө булды. Бөгөн һеҙҙе шуларҙың береһе – Ишембай районы почтамтының матбуғатҡа яҙылыу бүлеге начальнигы Инера Сәхи ҡыҙы Төхфәтуллина менән таныштырабыҙ. Ул матбуғат таратыуҙа халыҡ менән яҡындан аралашып, уртаҡ тел табып эшләй белгән белгестәрҙең береһе. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң 14 йыл дауамында яратҡан хеҙмәтен дауам итә.
Һуңғы йылдарҙа илдә гәзит-журналдарға яҙылыу һүлпәнләнеүе сер түгел, сәбәптәре бихисап. Һанай китһәң, ҡулыңдағы бармаҡтарың да етмәҫ: интернет селтәренең кеше тормошонда торған һайын ҙурыраҡ урын яулауы, аҡсаһыҙлыҡ, ҡиммәттәрҙең үҙгәреүе, эшһеҙлек... Аҡланам тиһәң, сәбәптәр етерлек. Шулай ҙа ҡайһы бер райондарҙа тап Инера Сәхи ҡыҙы кеүек тынғыһыҙ, ныҡышмал етәкселәрҙең эште ойоштороу оҫталығы арҡаһында ҙур көс һәм күңел йылыһы һалып баҫылған гәзит-журналдар йорттарға барып етә, рухи аҙыҡты алдырыусылар һаны йылдар дауамында кәмемәй.
- Халыҡты ваҡытлы матбуғат сараларына яҙылырға дәртләндереү өсөн мин уларҙы баҫмалар менән таныштырыуҙан башлайым. Ата-әсәләр менән һөйләшкәндә сағыу тышлы, мауыҡтырғыс йөкмәткеле “Аҡбуҙат”ты ҡулға алам, биттәрен асҡылап күрһәтеп, “балағыҙҙы шундай матур баҫманан мәхрүм итмәгеҙ, бәләкәйҙән белемле, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫеүен теләһәгеҙ, мотлаҡ өйөгөҙгә алдырығыҙ” тип кәңәш итәм, - ти Инера Сәхи ҡыҙы. - Уҡыуға, әҙәбиәткә ынтылыш кескәй саҡта һалынһа, өлкәнәйгәс тә кеше гәзит-журналдан айырылмаясаҡ, үҙ телендә күберәк уҡырға теләйәсәк. Был алтын ваҡытты ата-әсә күҙ уңынан ысҡындырмаһын ине. Милли баҫмалар - тәрбиә ҡоралы ла. Ҡайһы берәүҙәр интернет селтәренә һылтанып, баҫмалар алдырмауын аҡларға тырыша. Эйе, унда мәғлүмәт күп, тик матбуғат баҫмаларындағы кеүек ҡаҙандай ҡайнаған тормоштоң төрлө яҡлы һыҙаттарын, хис-тойғоларға, һүрәтләүҙәргә бай әҫәрҙәрҙе, анализға ҡоролған мәҡәләләрҙе, замандаштарыбыҙ тураһында йылылыҡ менән яҙылған һүрәтләмәләрҙе таба алыу икеле. Матбуғатҡа яҙылыу осоронда предприятиеларға, ойошмаларға каталогтарҙы таратып сығабыҙ, етәкселәр менән баҫмаларҙы таратыу буйынса кәңәшләшәбеҙ.
Инера Сәхи ҡыҙы әйтеүенсә, был мөһим эш буйынса күрше төбәктәр тәжрибәһен өйрәнеү һис ҡамасауламаҫ ине. Ул сит төбәктәрҙә баҫылып, беҙҙең республикаға оператив рәүештә килеп еткән төрлө форматтағы һәм күләмдәге береһенән-береһе сағыуыраҡ баҫмаларҙы күрһәтте. “Конкурентлыҡ заманы бит, яҡшы йәшәйем тиһәң, улар кеүек өлгөр ҙә, яҡшы ойоштороусы ла булырға кәрәк”, - ти Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы Инера Төхфәтуллина.
Матбуғат таратыу кеүек әһәмиәтле, киң ҡоласлы эште район хакимиәте етәкселеге ярҙамынан башҡа атҡарып булмауы билдәле. Халыҡты гәзит-журналдарға яҙҙырыуҙы үҙ бурысы итеп иҫәпләгән Ишембай районы хакимиәте башлығы Азамат Фәрит улы Абдрахмановҡа һәм уның уң ҡулы булған хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
Матбуғат таратыу буйынса бүлек былтырғы эш йомғаҡтары буйынса алдынғы урында, ә ғинуар айы планын арттырып үтәгән. Халыҡҡа рухи аҙыҡ таратыуға, Башҡортостан тауышын һәр ғаиләгә ишеттереүгә лайыҡлы өлөш индергән Инера Сәхи ҡыҙының хеҙмәт юлында уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: