Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
4 Март 2021, 19:15

Күп балалы ғаиләгә ноутбук тапшырылды

"Быйыл Гөлиәбеҙ уҡырға бара, был ноутбук өс уҡыусыһы булған беҙҙең ғаилә өсөн бик кәрәкле әйбер”, – ти Ваһаповтар.

Белеүебеҙсә, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто бер нисә йыл рәттән “Яҙыл да бүләк от!” тип аталған акция ойоштороп килә. Шарттарға ярашлы, унда ҡатнашырға теләүселәр, бер район һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитация күсермәләрен Нәшриәт йортона ебәрергә тейеш.
2021 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылып, әлеге акцияға ҡушылыусылар араһында үткәрелгән конкурсҡа ғинуар айында Башҡортостан телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр араһында Ейәнсура районының Байыш ауылында йәшәгән Юлиә һәм Илнур Ваһаповтар ғаиләһе лә бар ине.
Ошо көндәрҙә “Республика мәғлүмәт үҙәге” директоры Айнур Дәүләтбәков Ваһаповтарҙың көтөп алған бүләген тапшырҙы. Был хаҡта урындағы “Ейәнсура таңдары” гәзитенән Айгөл Ҡылысбаева тулыраҡ мәғлүмәт еткерҙе: “Ваһаповтар балаларына – Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатында 6-сы класта уҡыған ҡыҙҙары Айсулпан, Байыш мәктәбенең 4-се класында уҡыған Айнур һәм 6 йәшлек Гөлиәгә “Аманат” республика үҫмерҙәр журналын алдыра. Шулай уҡ йыл һайын “Ейәнсура таңдары” район гәзитенә яҙылалар. Һәм бына, күптәр араһынан бәхет уларға йылмайҙы: Ваһаповтар ноутбуклы булды!
“Еңеребеҙгә ышанып квитанцияларҙы ебәрҙек. Бик ҡыуанабыҙ! Быйыл Гөлиәбеҙ уҡырға бара, был ноутбук өс уҡыусыһы булған беҙҙең ғаилә өсөн бик кәрәкле әйбер”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Юлиә”.
Әйткәндәй, әлеге мәлдә Рәсәй почтаһы 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын башланы. Беренсе ярты йыллыҡ хаҡтары апрелгә тиклем ғәмәлдә була. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто “Яҙыл да бүләк от!” ише акцияларҙы киләсәктә лә ойошторасаҡ, шуға күрә, әйҙәгеҙ, милли баҫмаларға яҙылығыҙ, конкурстарҙа ҡатнашығыҙ!
Фото: “Ейәнсура таңдары” гәзите сайтынан.
Читайте нас: