Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
2 Апрель 2021, 17:54

Матбуғатҡа яҙылыу башланды!

1 апрелдән 2021 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды. Ул, ғәҙәттәгесә, 30 июнгә хәтлем барасаҡ. Шуныһы һөйөнөслө: ай башында уҡ, 5–15 апрелдә, ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө булыуы көтөлә. Был көндәрҙә үҙегеҙ яратҡан баҫмаларға арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ, хөрмәтле дуҫтар!

Ә инде “Башҡортостан” гәзитенә интернет аша түбәндәге һылтан­малар аша еңел яҙылырға була: podpiska.pochta.ru/press/П2729 (аҙнаһына ике тапҡыр), podpiska.pochta.ru/press/П3030 (йома һаны).

“Башҡортостан” гәзите – тоғро дуҫығыҙ, кәңәшсегеҙ – йыл аҙағына тиклем йортоғоҙға килеп торһон тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлексәләрендә һеҙҙе көтәләр. Баҫмабыҙға яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакция адресына ебәрһәгеҙ, июль айында отошта ҡатнашып, тос бүләктәр отоуығыҙ ихтимал.
Гәзиттең электрон төрөнә яҙылыу хаҡы – 6 айға 864 һум.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас: