Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
9 Апрель 2021, 17:42

Уҡыған ил уңыр

15 апрелгә тиклем “Башҡортостан” гәзитенә осһоҙ хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Шишмә районы халҡы элек-электән матбуғат баҫмаларына дәррәү яҙыла. Был төбәктәге рухи мөхиттең именлегенә, йәшәү сифатының яҡшылығына, етәкселектең социаль өлкәгә иғтибарлы булыуына ғына түгел, почта хеҙмәткәрҙәренең тилберлегенә һәм яуаплылығына ла бәйле.


Дүртөйлө почтамтының Шишмә бүлексәһендә эш гелән ҡайнап тора, гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда айырыуса. Шулай ҙа яратҡан баҫмалары менән дуҫлыҡты дауам итеү маҡсатында килгән һәр кемде яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршылайҙар, теләктәрен, һорауҙарын яуапһыҙ ҡалдырмайҙар. 5 – 15 апрелдә осһоҙ хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителгәс, “күңелле мәшәҡәттәр” артҡандан-арта.
Хеҙмәткәрҙәрҙең береһенә Александра Александрова менән әңгәмәләшеп алырға насип булды. Ул Өйҙөрәк ауылы ҡыҙы икән, район үҙәгендә почта ташыусы булып эшләй башлауына ике йыл самаһы.
– Был тармаҡҡа килеп урынлашҡан саҡта миңә иң оҡшағаны эш графигы ине, сөнки иртәнсәк улымды – мәктәпкә, ҡыҙымды балалар баҡсаһына алып барып ҡалдырыу, төштән һуң ҡаршылау йәһәтенән ҡыйынлыҡтар тыумай. Тора-бара үҙемдең өйҙәргә шатлыҡ, йыуаныс килтереүсе, нур өләшеүсе икәнлегемде аңлап, һөнәремде тағы ла нығыраҡ ярата башланым, – тине Александра. – Гәзит-журналдар ябай мәғлүмәт сараһы ғына түгел. Уларҙы ҡулға алып ҡараһаң, башҡортса булһынмы ул, татарсамы, руссамы, ниндәйерәк хәбәрҙәр баҫылғаны, кешеләрҙә ниндәй кәйеф тыуҙырасағы аңлашыла һымаҡ. “Башҡортостан”ды бер ваҡытта ла иғтибарһыҙ үткәрмәйем, фотоларынан, биҙәлешенән генә лә уның бик абруйлы, уҡымлы гәзит икәнлеге таныла. Яҙылыусылар был баҫманы ҡулына алған һайын миңә рәхмәттәр яуҙыра.
Александра хеҙмәтләндергән биләмә ҙур ғына икән. Әммә “Гәзит-журналдарҙы, хаттарҙы шәхси йорттар буйлап йәйәү йөрөп таратыу арытмаймы?” тигән һорауға шундай яуап алдыҡ: “Эшемдән һис тә ялҡмайым, киреһенсә, халыҡ баҫмаларҙы күберәк алдырһын, тип тырышам. Әле бына, “Рәсәй почтаһы”ның махсус акцияһы барған осорҙа, осраған бер кешене тиерлек матбуғатҡа түбән хаҡҡа яҙылып ҡалырға өндәйем, ундай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай, тип төшөндөрәм. Гәзит уҡыусыларҙың артыуы мәҙәни кимәл күтәрелеүенең бер сағылышы бит ул”.

Читайте нас: