Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
28 Май 2021, 08:42

Депутат гәзит бүләк итте

“Башҡортостан” гәзитенә киләһе ярты йылға яҙылыу ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Был осорҙа етәкселәр, әүҙем йәмәғәтселәребеҙ, почта хеҙмәткәрҙәре матбуғатҡа яҙылыуҙы әүҙем ойоштора, журналистар иһә райондарға сығып, халыҡ менән осраша.

Гәзит менән дуҫлығын дауам иткән депутаттарыбыҙ ҙа бар. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров йыл да матбуғатҡа яҙылыу осоронда үҙ һайлаусыларына башҡорт милли баҫмаларына подписка бүләк итә. Быйыл да ул, Баймаҡ районының ветерандар советы берләшмәһе тәҡдиме менән, төбәк үҫешенә ҙур көс һалған хеҙмәт, мәғариф һәм ауыл хужалығы ветерандарына икенсе ярты йыллыҡҡа биш дана “Башҡортостан” гәзите бүләк итте.

– Был башланғысты башҡа кимәл­дәге етәкселәр ҙә әүҙем күтәреп алһын ине. Мин үҙебеҙҙең депутат Зариф Байғусҡаровҡа ҙур рәхмәт белдерәм. Ул йыл да иғтибарынан өҙмәй, – тине ветеран уҡытыусы Руфа Бикбирҙина.

Башҡа етәкселәр һәм депутаттар ҙа был эстафетаны ҡабул итер, тигән өмөттәбеҙ.
Читайте нас: