Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
11 Июнь 2021, 11:00

Телевизорҙы кем отто?

Өфөләге Матбуғат йорто алдында республикала сыҡҡан 145 гәзит һәм журналды берләштергән “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто матбуғатҡа яҙылыу сараһын ойошторҙо.

Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Өфөләге Матбуғат йорто алдында матбуғатҡа яҙылыу сараһы үткәрелде. Уны республикала сыҡҡан 145 гәзит һәм журналды – улар иҫәбендә милли баҫмалар ҙа бар – берләштергән “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто ойошторҙо.
Редакциялар байрам барған ерҙә үҙ баҫмаларына яҙылыуҙы башлап ебәрҙе. Республиканың сәнғәт оҫталары дәртле концерт сығыштары бүләк итте. Йыйылғандар яратҡан баҫмаларына ла яҙылды, матур тамаша ла ҡараны.
Байрамға килгәндәр араһында матбуғат өлкәһендә ғүмер буйы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар ҙа, көнөн гәзит-журналһыҙ күҙ алдына килтермәгән ябай уҡыусылар ҙа, республикала төрлө өлкәлә билдәлелек яулап, хөрмәт ҡаҙанған шәхестәр ҙә күп ине. Алдараҡ яҙып киткәнебеҙсә, байрамға йыйылыусыларҙы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова ҡотланы. Сараға килгән ҡунаҡтар араһында ЮХХДИ-ның Башҡортостан буйынса баш инспекторы Динар Ғилметдинов та бар ине.
Нәшриәт йортоноң генераль директоры Фәнүр Йәғәфәров хеҙмәттәштәрен матбуғатҡа яҙылыу көнө менән ҡотлап, ойошманың Маҡтау грамоталарын, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. БР Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мәхәррире Вәдүт Исхаҡов та хеҙмәттәштәрен ойошманың Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне.
Матбуғатҡа яҙылыуҙан тыш, сарала “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан баҫмаларҙы ла, халыҡ кәсепселәре тауарҙарын да һатып алырға мөмкин булды.
Байрам аҙағында яҙылғандар араһында ҡиммәтле приздар уйнатылды. Төп приз – телевизорҙы Өфө районының Шамонин ауылынан Вәғиҙә Солтанғолова отһа, микротулҡынлы мейескә Тамара Юлдашева эйә булды, мультибешергес Даян Мәжитовҡа насип булды. Бынан тыш, тиҫтәләгән яҙылыусы башҡа төрлө приздарға лайыҡ булды.
Матбуғатҡа яҙылыу көнө йыйылғандарҙың барыһына ла ысын байрам кәйефе бүләк итте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 7 июндән rbsmi.ru сайтында һәм бөтә почта бүлексәләрендә Бөтә Рәсәй буйынса баҫмаларға яҙылыу ун көнлөгө башланды. 17 июнгә тиклем гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин.
А. Нурмөхәмәтов фотолары.
Читайте нас: