Гәзиткә яҙылыу
14 Июнь 2021, 07:00

Матбуғат йорто алдында байрам тантанаһы уҙҙы

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалынды, ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны.

Башҡортостандың Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Матбуғат йорто алдындағы Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы булды.
Байрамда матбуғат хеҙмәткәрҙәрен, ошо өлкәлә тир түгеп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарҙы “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто директоры Фәнүр Йәғәфәров, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов сәләмләне.
“Беҙ уҡыусылар өсөн эшләйбеҙ, мөһим мәсьәләләрҙе яҡтыртабыҙ. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, хеҙмәттәштәр. Ижади уңыштар теләйем!”, – тине Максим Ульчев. Ул шулай уҡ матбуғат хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен дә еткерҙе.
Вәдүт Исхаҡов та журналистарҙы тәбрикләп, уларға һаулыҡ, уңыштар, һәйбәт эш һөҙөмтәләре теләне, шулай уҡ күптән түгел республикабыҙҙа үткән медиайыйынды ла иҫкә алды: был журналистар форумында яңы кадрҙар әҙерләү, эш хаҡын күтәреү кеүек мөһим проблемалар хаҡында һүҙ йөрөтөлгәйне. Вәдүт Ғәйфулла улы был мәсьәләләрҙең хәл ителеү юлында икәнен билдәләне.
Артабан Башҡортостан Журналистар союзы тарафынан һәйбәт эш һөҙөмтәләре, һөнәри фиҙакәрлек күрһәткән хеҙмәткәрҙәргә Маҡтау грамоталары, яңы союз ағзаларына танытмалар тапшырылды.
Тантанала матбуғат һәм мәғлүмәт өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан элекке хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ һүҙҙәрен әйтте, ҡайнар ҡотлауҙарын еткерҙе. Сара һуңында Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалынды.
Был иҫтәлекле көн бының менән генә тамамланмай, алда ҡыҙыҡлы сара ҡаралған: республикабыҙҙың баҫмалары Өфөнөң автобус, троллейбус, трамвайҙарын ялмап аласаҡ. Транспорттарҙа гәзит-журналдарға яҙылыуға мөмкин тиклем күберәк халыҡты йәлеп итеү маҡсаты менән ҙур акция ойошторола: гәзит-журналдар хаҡында мәғлүмәт еткереләсәк, ошо уңайҙан махсус әҙерләнгән “Матбуғат йорто” гәзите таратыласаҡ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Читайте нас