Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
16 Июль 2021, 17:33

Төп бүләк – Мәләүездә

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!

2021 йылдың икенсе яртыһына “Башҡортостан”ға яҙылып, квитанция күсермәләрен редакцияға ебәргән тоғро дуҫтарыбыҙға оло рәхмәт еткерәбеҙ. 200-ләгән хат алдыҡ һеҙҙән. “Аҙна һайын – бүләк” акцияһын иғлан итеп, уҡыусыларыбыҙҙы төрлө бүләктәр менән дәртләндереп торҙоҡ.

Иң ҙур бүләкте бағыусыбыҙ – Ейәнсура районының билдәле “Маяҡ” хужалығы – вәғәҙә иткәйне. 50 меңгә яҡын тоҡомло һарыҡ үрсетә был хужалыҡ. Ҡорбан байрамы алдынан квитанциялар отошонда бүләктең хужаһын асыҡланыҡ. Комиссия ағзалары – гәзитебеҙҙең хәбәрселәре Гөлсимә Сәлихова, Рәүилә Ғатауллина, Лилиә Нуретдинова ҡатнашлығында лототрон уйнатылды. Һәм Мәләүез районының Үрге Юлдаш ауылынан Ислам Мәүлекәсов иң даланлыһы булып сыҡты. Рәхмәт һеҙгә, гәзит уҡыусы дуҫыбыҙ! Бүләкте алыу өсөн 272-62-61 телефоны аша бәйләнешкә сығырға кәрәк.

“Гәзит – үҙе бүләк ул”, – тип яҙған дуҫтарыбыҙ ҙа күп. Йыл аҙағынаса үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарға яуаптар табырһығыҙ, матур хикәйәләр уҡырһығыҙ, кроссворд сисерһегеҙ, телепрограмма ҡарарһығыҙ, донъяуи хәлдәр тураһында аналитик мәҡәләләр менән танышырһығыҙ, милләтебеҙҙең йөрәк тибешен төп гәзитебеҙ аша тойорһоғоҙ, яңылыҡтар тураһында хәбәрҙар булырһығыҙ.

“Һағынып көткән ҡунағымды ҡаршылағандай көтөп алам гәзитемде”, – тип яҙғайны бер уҡыусыбыҙ үҙ хатында. Шулай итеп, бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

 

***

23 июлдә БЮТ каналында иртәнге тура эфирҙы ҡарарға онотмағыҙ!

 

* * *

 

2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу тамамланды, әммә, онотоп ебәргән хәлдә лә, борсолмағыҙ – 20 июлгә тиклем 5 айлыҡҡа өлгөрөргә була. Шулай уҡ яҙылыуҙың ике төрө әле һаман ғәмәлдә:

– гәзиттең электрон версияһына rbsm.ru сайты аша (хаҡы – 720 һум);

– Өфөләге Матбуғат йортонан килеп алып йөрөү шарты менән (биш айға –       690 һум).

“Башҡортостан”ға почта бүлексәһендә генә түгел, podpiska.pochta.ru/press/П2729, podpiska.pochta.ru/press/П3030 һылтанмалары аша ла яҙылырға мөмкин.

Биш айға яҙылыу хаҡы:

– “Башҡортостан” (П2729 индексы) – 1223,40 һум;

– “Башҡортостан-Йома” (П3030 индексы) – 669,8 һум.

Республиканың баш ҡалаһында йәшәүселәр “Өфө-матбуғат” киосктарында ла яҙыла ала – 1040 һум.

Эш көндәрендә 8 (347) 272-62-61 телефоны аша редакция менән бәйләнешкә инеп, гәзиткә яҙылыу буйынса төрлө һорауҙарығыҙға яуап ишетә алаһығыҙ.

Һеҙҙән әүҙемлек көтәбеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

 

Адресыбыҙ:

450079, Өфө ҡалаһы,

Октябрҙең 50 йыллығы урамы,

13-сө йорт.

 

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

www.bash.rbsmi.ru

Читайте нас: