Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
30 Июль 2021, 13:21

Бүләгебеҙ бәрәкәтле булды

Үткән һанда 2021 йылдың икенсе яртыһына квитанциялар отошондағы иң ҙур бүләкте – Ейәнсура районының “Маяҡ” хужалығы вәғәҙәләгән һарыҡты – отторҙоҡ. Ул Мәләүез районының Үрге Юлдаш ауылынан күптәнге яҙылыусыбыҙ Ислам Әҙелмырҙа улы Мәүлекәсов өлөшөнә төшкәйне.

Ислам ағай 1984 йылдан бирле “Башҡортостан” гәзитенән айырылмай икән. “Тап ошо көндәрҙә тыуған яғымда – Күгәрсен районының 1-се Юлдыбай ауылында – мәсет асыу тантанаһы үтәсәк, бүләкте шул көндө ауылдаштарыма, байрамда ҡатнашҡан барса ҡунаҡтарға бүләк итеп бирәсәкмен. “Башҡортостан” гәзитенә рәхмәт!” – тине ул.

“Маяҡ” хужалығы етәксеһе Шакирйән Рафаил улы Йәмғуров был изге эшкә ҡуш ҡуллап тотондо һәм бер кистә һарыҡты билдәләнеләр. Икенсе көндө Ислам ағай Ейәнсура тарафтарына юлға сыҡты, ферма мөдире Урал Мәрүән улы Ҡолоев елле һарыҡты тотошоп, тейәшеп ебәрҙе.

Редакцияның гәзит уҡыусылар өсөн ойошторған изге ғәмәле, шулай итеп,  тормошҡа ашты.

Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 272-62-61.

Читайте нас: