Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
5 Октябрь 2021, 16:20

Арзан хаҡҡа яҙылып өлгөр!

Өйҙән сыҡмайынса ғына ике баҫмаға яҙыл һәм квитанция күсермәләрен ебәреп бүләк от.

Арзан хаҡҡа яҙылып өлгөр!
Арзан хаҡҡа яҙылып өлгөр!

“Яҙыл һәм бүләк от!» конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ. 4 октябрҙән 14-енә тиклем 2022 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу буйынса ун көнлөктә республика, район һәм ҡала гәзиттәренә арзан хаҡҡа яҙылып була. Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ, хөрмәтле дуҫтар!

“Республика Башкортостан” нәшриәт йорто rbsmi.ru сайтындағы онлайн хеҙмәттән файҙаланып, өйҙән дә сығып тормайынса, бер нисә минут эсендә баҫмаға йылдам һәм уңайлы яҙылыу алымын тәҡдим итә.

Бының өсөн “Матбуғатҡа яҙылыу” https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегендә гәзит йәки журналдың баҫма, шулай уҡ  электрон версияһын һайларға һәм яҙылырға кәрәк. Баҫма матбуғат һеҙ күрһәткән почта адресына, ә электрон версия электрон почтаға килә.Шулай уҡ баҫмаларға редакцияла яҙылыу мөмкинлеге бар, тик был осраҡта матбуғатты килеп алырға кәрәк буласаҡ.

Матбуғатҡа нисек яҙылһағыҙ ҙа, 2022 йылдың икенсе яртыһына ике баҫмаға  квитанцияларығыҙҙың күсермәһен "Яҙыл һәм бүләк от!”  дөйөм республика конкурсында ҡатнашыу өсөн ебәрергә кәрәк. Был баҫмаларҙы https://rbsmi/ru/catalog/podpiska  бүлегенән һайлау шарт. Квитанцияларҙы 2022 йылдың 15 ғинуарына тиклем 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы,13, БР «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, 212-се бүлмә адресы буйынса (“Яҙыл һәм бүләк от!” билдәһен ҡуйырға онотмағыҙ) йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә.

Бүләктәр ғинуар аҙағында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге тура эфирында уйнатыла. Әйткәндәй, ошо уҡ квитанция менән республика, район, ҡала гәзит-журналдары редакциялары ойошторған конкурстарҙа ла ҡатнашырға була. Улар ҙа отошта ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә. Был турала ентекле мәғлүмәтте редакцияларҙан алырға була.

 

Автор:Гульсира Сахиева
Читайте нас: