Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
14 Октябрь 2021, 23:30

"Башҡортостан"дың дуҫтары арта!

Өфөнөң Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡытыусылары ла флешмобҡа ҡушылып, күркәм өлгө күрһәтте.

"Башҡортостан"дың дуҫтары арта!
"Башҡортостан"дың дуҫтары арта!

Матбуғатҡа яҙылыу осоронда төп ярҙамсыларыбыҙ – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ғөмүмән, педагогтар.

Ошо көндәрҙә гәзит-журналға ташламалы хаҡҡа яҙылыуҙың ун көнлөгөндә ҡыуаныслы хәбәр ишеттек. Бәләбәй ҡалаһындағы башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусылары тотош коллектив менән “Башҡортостан”ға яҙылып, беренсенән, беҙгә теләктәшлек күрһәткән, икенсенән, үҙҙәренә матур бүләк эшләгән. Уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!

Шул иғтибарға лайыҡ, Бәләбәй ҡалаһындағы башҡорт гимназия-интернаты йылдан-йыл үҫеш кисерә, һәр саҡ алдынғы. Балалар - уҡыуҙа, педагогтар хеҙмәттә һынатмай, барыһы ла йәмәғәт эштәрендә әүҙем. Бөгөн гимназияла 800 тирәһе уҡыусыға 30-ҙан ашыу уҡытыусы белем һәм тәрбиә бирә.

Тағы ла бер һөйөнөслө яңылыҡ: “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу буйынса флешмобҡа Өфөнөң Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡытыусылары ла ҡушылды! Мәғариф учреждениеһы директоры Шәмсулла Хәбибрахманов әйтеүенсә, “Башҡортостан” гәзите йылдан-йыл уҡымлыраҡ, йөкмәткелерәк була бара, күберәк тарала. Милли баҫма һәр уҡытыусының өҫтәлендә ятасаҡ, ти етәксе.

Фото: Азамат Аҙнабаев.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: