Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
15 Октябрь 2021, 12:42

Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты өлгө күрһәтә

Азамат Аҙнабаев
Фото:Азамат Аҙнабаев

Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда төп ярҙамсыларыбыҙ – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ғөмүмән, педагогтар. Ошо көндәрҙә, гәзит-журнал­дарға ташламалы яҙылыуҙың ун көнлөгөндә ҡыуаныслы хәбәр ишеттек. Бәләбәй ҡалаһындағы башҡорт гимназия-интернаты уҡытыу­сы­лары тотош коллектив менән “Баш­ҡортостан” республика гәзитенә яҙылып, беренсенән, беҙгә теләк­тәшлек күрһәткән, икенсенән, үҙҙәренә матур бүләк эшләгән. Уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!

Шул иғтибарға лайыҡ: Бәләбәй ҡалаһындағы башҡорт гимназия-интернаты йылдан-йыл үҫеш ки­серә, республикабыҙҙың бүтән белем усаҡтары араһында һәр саҡ алдынғы. Ғөмүмән, уҡыу йорто уҡыуҙа ла һынатмай, төрлө йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем. Бөгөн бында 800 тирәһе балаға 30-ҙан ашыу уҡытыусы белем һәм тәрбиә бирә.

– Әле ваҡытлы матбуғатҡа яҙы­лыуҙың иң ҡыҙыу осоро, – тип һөй­ләй Бәләбәй ҡалаһындағы башҡорт гимназия-интернаты директоры Дилбәр Фәтхетдинова. – Матбуғат­ҡа яҙылыуҙың ун көнлөгөндә беҙ, гимназия-интернат уҡытыусылары, бөтөн коллектив менән “Башҡорт­остан” республика гәзитенә яҙыл­дыҡ. Заман башҡа, заң башҡа, тиһәләр ҙә, гәзиттән уҡып алған мәғлүмәтте, бүтән төрлө яңылыҡты бер нимә лә алмаштыра алмай.

Әйткәндәй, “Башҡортостан” гә­зи­тенә яҙылыу буйынса флеш­моб­ҡа Мөхәмәт Исҡужин исемен­дәге Өфө ҡалаһының 136-сы башҡорт лицейы уҡытыусылары ла ҡушыл­ды.

Өфө ҡалаһының 136-сы баш­ҡорт лицейы директоры Шәмсулла Хәбибрахманов әйтеүенсә, йылдан-йыл “Башҡортостан” гәзите уҡым­лыраҡ һәм йөкмәткелерәк була, күберәк тарала бара. Ул баҫма­ның һәр уҡытыусының өҫтәлендә ятыуында тамсы ла шикләнмәй.

Читайте нас: