Гәзиткә яҙылыу
22 Октябрь 2021, 10:07

Эстафета – 20-се гимназияла

АвторАвтор
Фото:Автор

“Башҡортостан” республика гәзитенә яҙылыусыларҙың, баҫ­ма­ны алдырып уҡыусыларҙың күплеге ҡыуандыра. Айырым кешеләр үҙҙәре лә, белем усаҡ­тары йәки бүтән ойошмалар тотош коллектив менән дә гәзите­беҙгә әүҙем яҙыла. Мәҫәлән, тап декадник барышында Бәләбәй ҡалаһындағы башҡорт гимназия-интернаты (директоры – Дилбәр Фәтхетдинова) уҡытыу­сы­лары һәм тәрбиәселәре 2022 йыл­дың I яртыһына “Башҡортос­тан”ға яҙылды һәм эстафетаны Өфө ҡалаһында урынлашҡан Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы баш­ҡорт лицейына (директоры – Шәмсулла Хәбибрах­манов) тап­шырҙы. Был турала хәбәр иткәйнек инде. Үҙ сиратында, 136-сы баш­ҡорт лицейы эстафетаны Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназия­һына тап­шырҙы.

– Башҡортостанда йәшәгәс, “Башҡортостан” гәзитен мотлаҡ алдырырға кәрәк, – тип һөйләй Фатима Мостафина исемен­дә­ге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимна­зияһы директоры Булат Зинуров. – Белем усағындағы педагогтарҙың быны аңлап ҡабул итеүе һәр йәһәттән дә шатлыҡлы. Баҫмала мәғариф тема­һының яҡтыртылыуы, уҡы­тыус­ылар, уҡыусылар тураһын­да һүрәтләмәләр баҫылыуы оҡшай.

Белем усағы, Өфө ҡалаһында беренсе башҡорт мәктәбе бу­лараҡ, 1970 йылда асылған. 1992 йылда ул Өфө ҡала башҡорт гимназияһы итеп үҙгәртелгән, ә 1999 йылда 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназия­һы статусын алған, шул уҡ йылды арҙаҡлы шәхесебеҙ Фатима Моста­фи­наның исеме бирелгән.

Данлы белем усағында бөгөн 764 балаға 56 уҡытыусы белем һәм тәрбиә бирә.

 

- Илдар Аҡъюлов.

Читайте нас