Гәзиткә яҙылыу
25 Октябрь 2021, 09:00

Эстафетаны мәләүездәр ҡабул итте

Ҡыҙ һәм малайҙар башҡорт телен тәрәндән өйрәнә, үҙ сиратында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ойошторолған олимпиадаларҙа улар һәр саҡ тәүге урындарҙы ала

Эстафетаны мәләүездәр ҡабул иттеЭстафетаны мәләүездәр ҡабул итте
Эстафетаны мәләүездәр ҡабул итте

Республикабыҙҙың көньяҡ тарафтарына юл төшкәндә, Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһына һуғылдыҡ. Белем усағы 1996 йылда асылған, ә 2008 йылда арҙаҡлы шәхесебеҙ Кинйә Арыҫлановтың исеме бирелгән.

– Беҙҙә 656 бала уҡый, 51 уҡытыусы эшләй, – тип һөйләй Мәләүез районының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы директоры, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Ләлә Рафиҡова. – Уҡыусыларыбыҙ яҡташыбыҙ Кинйә шикелле батыр һәм белемле. Ҡыҙ һәм малайҙар башҡорт телен тәрәндән өйрәнә, үҙ сиратында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ойошторолған олимпиадаларҙа улар һәр саҡ тәүге урындарҙы ала. Уҡытыусыларыбыҙ балаларға төплө биреү менән бер рәттән төрлө йәмәғәт эштәрендә лә бик әүҙем.

Йәмәғәт эштәре тигәндән, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡытыусылары тотош коллектив менән 2022 йылдың тәүге яртыһына “Башҡортостан” республика гәзитенә яҙылған. Мәләүездәргә гәзиткә яҙылыу буйынса эстафетаны Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы (директоры Булат Зинуров) педагогтары тапшырғайны.

Ысынлап та, “Башҡортостан” республика гәзитенә яҙылыусыларҙың, баҫманы алдырып уҡыусыларҙың күплеге ҡыуандыра. Айырым кешеләр үҙҙәре лә, белем усаҡтары йәки бүтән ойошмалар тотош коллектив менән дә гәзитебеҙгә әүҙем яҙыла.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас